“Ҡәнәфер” КФХ-һы

“Ҡәнәфер” КФХ-һы – райондың тәүге фермер хужалыҡтарынан берәү 

Бынан яҡынса 30 йылдар элек районыбыҙҙа фермерлыҡҡа тотоноусылар һаны 200-гә яҡын булған, әммә бик күптәре, килем ала алмау сәбәпле, хужалыҡтарын артабан үҫтерә алмаған. “Ҡәнәфер” КФХ-һы (Биҡҡужа ауылы) иһә заман елдәренә бирешмәҫкә тырышып бөгөнгө көнгә тиклем йәшәп килә. 

Ленин исемендәге колхозда механик булып эшләгән Зиннур Яҡшымбәтов, күмәк хужалыҡ тарҡалғас, фермерлыҡҡа тотонорға ниәт итә, ғаиләне аҫрарға, балаларҙы уҡытырға кәрәк, йәнә ҙур ер өлөшөн рәсмиләштереп алыу ҙа күңелгә тыныслыҡ бирә, ни тиһәң дә, ерле башҡорт булаһың. Ике иптәше менән уйҙарын бүлешә, тегеләр хуплап ебәрә. Көс-дәрте ташып торған атаһы Мофазал да улына ҙур тел һәм ҡул ярҙамы күрһәтә, әйткәндәй, был ағайға хәҙер 93 йәш, улы Зиннур ғаиләһе тәрбиәһендә хөрмәт күреп йәшәй. 

Иген сәсеп, мал-тыуар үрсетеп көн күргәндә, ауыл Советы депутаты булараҡ, Зиннур Яҡшымбәтов бер һайлауҙа Таҙлар ауыл биләмәһе башлығы вазифаһына үтә. Өҫтөнә яңы бурыстар алыу сәбәпле, крәҫтиән-фермер хужалығын етәкләүҙе ҡатыны Гүзәлгә тапшыра. Быйыл 147 гектар ергә көнбағыш, һоло, бойҙай сәскәндәр. Ошо баҫыуҙар Яҡшымбәтовҡа инде нисәмә йылдар хеҙмәт итә, артабан майҙанды киңәйтеүҙе хәстәрләмәгәндәр, сөнки быныһын эшкәртеү ҙә ҙур көс һорай. Йыл ҡоро килерҙәй самаланған ваҡыттарҙа ерҙең яртыһына йә өстән бер өлөшөнә генә үҫемлек культураларын сәсеп, эшкәртеүҙе уңайлы күргән осорҙары булған. Йыйып алынған уңышты ярмалата, йә фуражға әйләндереп йәрминкәләргә, баҙарға алып сығалар, даими һатып алыусылары йортҡа уҡ килеп алып китәләр. 
Луч ауылынан механизатор Валерий Трубицын хужалыҡтың барлыҡ миҙгелле эштәрендә ярҙам итә, үҙенең даими эш урыны булыуҙан ҡәнәғәт, хужалыҡ етәксеһе лә уны үҙ эшен еренә еткереп эшләгәне өсөн үҙ итә. 

Әйткәндәй, Гүзәл Яҡшымбәтова һөнәре буйынса фельдшер, үҙ профессияһы буйынса бер нисә йыл ғына эшләп өлгөрә - ауылда халыҡ әҙ булыу сәбәпле ФАП ябыла. Шулай яҙмыш ҡушыуы буйынса тормош иптәше менән бергәләп ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә тотонорға насип була. Яҡшымбәтовтар ғаиләһе Таҙлар биләмәһендә генә түгел, тотош районда тәжрибәле фермерҙар булып көн итә. 

Әнисә Бикташева.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей