Клиника-дарыухана асылды

Ошо көндәрҙә ҡаланың Салауат Юлаев проспектындағы 33-сө йортта (почтамт ҡаршыһында) Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһы ветеринария станцияһының дәүләт ветеринар клиника-дарыуханаһы үҙ ишектәрен асты. Уны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов, Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Радмир Иҫәнбаев, райондың ветеринария хеҙмәте етәксеһе Рәил Әбүбәкиров ҡатнашты.

Әйтергә кәрәк, ошоғаса Баймаҡ ҡала ветеринар дауалауханаһы Халтурин урамындағы 33-сө йортта эшләп килде. Халыҡтың малын ғына түгел, ә бесәй, эт кеүек йорт хайуандарын дауалау менән шөғөлләнгән, башҡа ветеринар хеҙмәттәр күрһәткән дауалаухананы ҡаланың үҙәгенә күсереү күптәнге маҡсат ине. Ошо мөһим мәсьәлә райондың ветеринария хеҙмәте тарафынан район етәкселегенә еткерелә һәм ул ыңғай хәл ителә. Ошоғаса буш торған бинаға капиталь ремонт яһала һәм ул бөтөн талаптарға яуап бирә.

Дәүләт ветеринар клиника-дарыуханаһы, хайуандарҙы төрлө ауырыуҙарҙан дауалау һәм профилактик ветеринар эшкәртеүҙәр үткәреү менән бер рәттән, бесәй-эттәрҙе стерилләү һәм көйҙөртөү, тырнаҡ, йөн, ҡолаҡ һәм ҡойроҡтарын ҡырҡыу менән шөғөлләнә. Бының өсөн махсус операция бүлмәһе, тейешле ҡоролмалар бар. Белгестәрҙе йортоғоҙға ла саҡыртырға мөмкин. Әйткәндәй, малдың быуаҙ йәки ҡыҫыр булыуын билдәләү өсөн дә уларға мөрәжәғәт итергә була.

Ошонда уҡ урынлашҡан ветеринар дарыуханала төрлө дарыу препараттары, аҙыҡ һәм витамин-минераль өҫтәмәләр, зооветеринар инвентарь, гигиена, дезинфекция, бөжәктәр һәм кимереүселәр менән көрәш саралары тәҡдим ителә.

“Дәүләт ветеринар клиника-дарыуханаһы коллективы ҡалалағы эпизоотик хәлде яҡшыртыуға тос өлөш индерер, төрлө ветеринария хеҙмәттәре күрһәтеүҙә ал-ял белмәй эшләр”, – тип ышанабыҙ тине етәкселәр үҙҙәренең сығышында.

Азамат МӨХӘМӘТШИН

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей