“Кис ултырыу”

Һәр миҙгелдең үҙенә матур, йылы, рәхәт сағы бар. “Яратам мин һәр миҙгелде” тигән һүҙҙәрҙән башлана бит беҙҙең яратҡан яҙыусыларыбыҙҙың хикәйәләре, әҫәрҙәре, йәиһә шиғырҙары. Әле ҡыштың һанаулы ғына көндәре ҡалып бара. Ә беҙҙең район мәҙәниәт йортоноң филиалдарында эш әүҙем бара. Уларҙың йыллыҡ эш пландары буйынса Яңы йыл байрамдары менән бергә  “Кис ултырыу” старт алды. Һәр ауылда ошо матур йоланы тергеҙеү, үҫтереү өҫтөндә эш алып барыла. Киләсәктә үҫеп килгән йәштәр ошо йолаларҙы онотмаһындар, ихтирамлаһындар тигән маҡсат ҡуйылып уҙғарыла бар мәҙәни саралар.
         Иң беренселәрҙән булып кис ултырыуҙы Алға ауылында башлап ебәрҙек. Филиалдың мөдире Ригина Рафаил ҡыҙы бик матурлап командаларҙы әҙерләгән, һәр кем үҙенең ҡул эшен, өй эшен еренә еткереп башҡарған һәм дә сығыштарын илебеҙҙә барған Театр йылына бағышлағандар. Был марафонға Иҫке-Мерәҫтәр бик әүҙем ҡатнашып киттеләр. Улар “Хужабикә” түңәрәгенә йөрөүселәр менән һәр аҙна йомға көндө йыйылып кис ултыралар, йырҙар һәм бейеүҙәр өйрәнәләр, үҙҙәренең бәйләм серҙәре менән уртаҡлашалар. Филиалдың мөдире Гүзәлиә Рифҡәт ҡыҙы әйтеүенсә, был түңәрәк бар яҡлап та өлгө ауыл халҡы, йәштәр өсөн. Түңәрәккә йөрөүселәр оло йәштәбеҙ тип тормайҙар,  фольклор ансамбльгә лә бик ҙур ҡыҙыҡһыныу менән йөрөйҙәр. Ансамбльдең етәксеһе Зөһрә Әхмәтйәнова ойошторған мәҙәни сараларға ауылдаштары ихлас киләләр, һәр сығышты алҡышлап ҡаршы алалар. Иҫке-Мерәҫтәр янына Яңы-Йәнбәктәр бәйләм серҙәрен өйрәнергә, үҙҙәренең серҙәре менән бүлешергә барғандар. Иң мөһиме, “Тик ултырмаҫҡа, белем кимәленде үҫтереү өҫтөндә эшләргә, өйрәнергә, нисә йәштә булһаңда өйрәнеү үҙең өсөн” тигән заман талабына ярашлы йәшәй тимәк йәнбәктәр.
        Шулай уҡ “Әйләнә, орсоҡ, әйләнә” исеме аҫтында кис ултырыу Сапай (Флүзә Минәхмәтова, Юлия Ягудина) ,Ҡыҙрас (Айһылыу Аминова, Рафаил Дәүләтбаев), Ҡорьятмаҫ (Динә Ғәләүтдинова, Рәзилә Кәбирова, Гөлшат Шәйхетдинова), Көрмәнкәй (Рима Рахимова), Раево (Гөлүсә Нуруллина), Суйынсы (Гүзәл Даянова, Зөлфиә Арсланғазина), Поляковка(Елена Пенерова, Рәвиҙә Фаезова) ауылдарында,   Ленинский ҡасабаһында (Элвира Ардаширова) шаулап-гөрләп йыр-бейеү, уйын-көлкө менән уҙҙы яратып, һағынып көтөп алған кис ултырыуҙар.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей