Кинйәбайҙар йола яңыртты

Элегерəк һуғым малының башын ҡыш буйына һаҡлап, яҙ көндəрендə бешереп, ашҡа сыҡырышыу йолаһы булған. Баш ҡыш буйына туңдырылып һаҡланған. Был йола яҙ көнө, малдарҙың ҡырға сығыуы алдынан, көндəр йылыта башлағас, уҙғарылған. Баш ите ашаған саҡта, мал артһын, уңыш бай булһын, тип телəнгəн. Халҡыбыҙҙың был матур йолаһын тергеҙеү маҡсатында Кинйəбай ауылының мəҙəни сараларҙы ойоштороусы «Умырзая» ансамбле менəн бергəлəшеп ауылдың оло инəйҙəрен саҡырып байрам түрендə ил-йорт имен торһон, хужаларҙың мал-тыуарҙары иҫəн булһын һəм ишəйһен, һуғымдары һимеҙ булһын тигəн изге телəктəр телəнелəр. Мал-тыуарға, тəбиғəт күренештəренə ҡағылышлы əйтемдəрҙе иҫкə төшөрҙөлəр, йырлап та алдылар.

Гүзəл ҒƏББƏСОВА Кинйəбай ауылы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей