Киләсәгебеҙ ауыл менән бәйле

Аҡназар ауылынан Лиана һәм Ришат Күсәрбаевтарҙың донъя ҡороуына 5 йыл. Татыу ғаиләлә Камилә, Йәсминә, Самира исемле 3 ҡыҙ тәрбиәләнә.

Ғаилә башлығы ошо ауылдан, вахта ысулы менән ситкә йөрөп эшләй. Лиана ҡала ҡыҙы тип һанамай үҙен, сөнки бала сағы олатай-өләсәһе йәшәгән ошо ауылда үткән. Улар ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай. Бөгөн Ришаттың олатай-өләсәһенең 11 бала тәрбиәләгән йортонда ҡаланыҡынан һис кәм булмаған шарттар булдырып, матур йәшәй улар. Ғаилә башлығының ҡулы оҫта икәнлеге һәр нәмәлә сағыла-йортҡа терәтеп төҙөлгән мунсаһы ғына ни тора! Ошо ауылда төпләнгән атаһы менән бергә ауылдаштарына бесән әҙерләргә лә ярҙам итә ул. Парҙар тура килә бит шулай: Лиана ла аш-һыуға оҫта, ғаиләһен “һә” тигәнсе яңы салат, ҡамыр аштары менән һөйөндөрә. Ситтән тороп белем алырға ла ваҡыт таба ул, быйыл һуңғы курс, тимәк, тиҙҙән ҡулына диплом аласаҡ. Ауылда ҡош-ҡортһоҙ, малһыҙ йәшәү мөмкин түгел, бәләкәстәргә һөт-ҡаймағы ла кәрәк.

Йәштәрҙең хыялы - атай-олатайҙар нигеҙен һаҡлап, тәбиғәттең ожмах мөйөшөнә тиң ауылда йорт төҙөү. 

Ҡатын-ҡыҙ бәхете - ир-егеттән, тиҙәр. Ир-егеттеке, иһә, янында яратҡан ҡатыны, һау-сәләмәт балалары һәм яҡындары булғандалыр, моғайын.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей