Кѳнѳ торһа, бесәне булыр

Белорет Сермән юлының Арский ташына боролған ерендә трактор менән бесән сабып йѳрѳүсене күреп, өлгөрйәндең кем булыуын белеү теләге менән ялан уртаһына атлайым. Тракторының ишеген асып: “Инде өсөнсө турист фотоға төшөргә килә икән, тиһәм,” - тип йылмайып ҡаршы алыусы Сермән ауылынан Азамат Мөхәмәтйәров булып сыҡты. Баҡһаң, Арский ташына ял итергә килгән туристар, тракторы янында фотоға төшөргә теләп, туҡтата икән. Эш кешеһенең ваҡыты тарлығын аңлап, тиҙерәк үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирергә, ҡасан бесәнгә төшѳүе, нисә баш мал тотоуы һәм башҡаһы тураһында белешергә ашыҡтым.

- Бесәнгә 22 июлдә тәү башлап төштөм. Тәүге көндө урман эсендәге үләнде сапһам, бөгөн юл буйындағы 5 гектар яланда сабыуым. Урманда үлән тракторҙың алғы тәгәрмәсен күмә, ә яланда наҡыҫ. Ғөмүмән, быйыл бөтә асыҡ урында ла үлән юҡ, уның ныҡлап үҫер ваҡытында көндәрҙең һыуыҡ тороуы быға сәбәпсе булды. Шәхси хужалыҡҡа килгәндә иһә, 2 баш һыйыр, 2 бейә, уларҙың ҡолондары, тай йәнә лә 10 башлап һарыҡ көтәбеҙ. Һарыҡтарҙы ҡорбанға һатып ебәрһәм, ҡыш көнө ит алыусылар бар. Кеше бит хәҙер яйлап малын бөтөрә, кәметә башланы. Уйлап ҡараһаң, мал тотоу, бесән эшләү ҡиммәткә төшә. Элекке кеүек итте анһат ҡына сығарып һатыу мөмкинселеге лә юҡ, һалымын да түләргә, запчасын да, соляркаһын да алырға кәрәк, ҡул көсө, ваҡыт та талап ителә. Йылына 8-10 эҫкерт ҡоябыҙ. Йыл да бер аҙын запасҡа ҡалдырам, сөнки киләһе йылдың ниндәй булырын, бесән нисек үҫерен алдан белеп булмай, - тип бәйән итте Азамат Кинйәбулат улы. Бесәнсегә сапҡан үләнен ямғырға тейҙермәй йыйып алып, мал-тыуарын имен-аман ҡышлатыуын теләп хушлаштык.

Рәсимә СӘЛИХОВА.

Автор фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей