Ҡеүәтле фермер хужалығы

Татлыбай ауылынан “Р.И. Ишмуллин” КФХ-һы – райондың иң ҡеүәтле, тотороҡло үҫешкә өлгәшеүсе фермер хужалыҡтарының береһе. Радик Исҡужа улының уңған етәкселегендә предприятие йылдан-йыл техник потенциалын нығыта, производство ҡеүәттәрен арттыра бара. Фермер хужалығы район кимәлендәге хеҙмәт ярыштарында ла һынатмай. Быйыл, мәҫәлән, сәсеү кампанияһы йомғаҡтары КФХ районда 3-сө урынды алды.

Бөгөн хужалыҡта 311 баш һыйыр малы, 124 йылҡы аҫрала, мал һаны йылдан-йыл арта бара. Үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын үҫтереү, производство биналарын яңыртыу буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Һауынсыларҙың һәм техник-осеменаторҙарҙың район ярыш-семинары ла был хужалыҡта юғары кимәлдә үтте, уны ойоштороуға Р.И. Ишмуллин күп көс һалды.

Ағымдағы хужалыҡ йылында фермер хужалығы 900 гектарҙағы иген һәм  мал аҙығы культураларынан яҡшы уңыш үҫтереп алды, барлығы 910 тонна сенаж, 560 тонна бесән, 380 тонна һалам һәм етерлек фураж әҙерләнде. Был иһә малсылыҡ тармағын имен ҡышлатыу мөмкинлеге бирәсәк.

Предприятие Татлыбай ауыл биләмәһенең социаль инфраструктураһын үҫтереүгә тос өлөш индерә, халыҡты эш менән тәьмин итә. Әле хужалыҡта 12 кеше эшләй, миҙгелле осорҙа улар һаны 24-кә етә.

Радик Исҡужа улына производствоны ойоштороуҙа тормош иптәше Гөлнур Шаһибал ҡыҙы һәм улы Рәфис терәк һәм таяныс булып тора. Уларҙың һәм коллективтың ныҡлы ярҙамы һәм көсө менән хужалыҡ йылдан-йыл үҫешә, күптәргә өлгө булып тора. Р.Ишмуллиндың ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн БР Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей