Кем, кәзәне мал түгел, ти

Республикала кәзә үрсетеү хужалыҡтары уңышлы эшләй. Шифалы һөттән яһалған сыр тәмләгәнегеҙ бармы? Башҡортостанда был йүнәлешкә тағы ла өҫтәмә аҡса бүлеү мөмкинлеге ҡаралған. Республика фермерҙары француз технологияһы буйынса үҙебеҙҙә төрлө сортлы сыр етештереүҙе үҙләштерҙе.

Премиум- класлы сырҙы беренселәрҙән булып беҙҙең район уңғандары етештерә башланы.

Нөгөш ҡасабаһы янында урынлашҡан Андреевка утарында Эдуард Ниғмәтуллин һәм Рөстәм Мерәҫов был эште яйға һалған да инде. Ун йыл элек бер нисә баш кәзә менән ғаилә өсөн генә башланған шөғөл, тиҙ арала бизнесҡа әүерелгән. Бөгөн фермала 100 баштан артыҡ зааненск тоҡомло кәзә аҫрала. Йәйгеһен 40 башҡа яҡын һауын кәзә яҡынса 3-әр литр һөт биргән. Сифатлы, һутлы туғай үләне кәзә өсөн бигерәк файҙалы. Аллергия менән яфаланыусыларға, балалар һәм оло йәштәгеләргә уның һөтө - икеләтә шифа. Эшҡыуарҙар Мәләүездә генә түгел, тирә-яҡ ҡалаларҙағы йәш әсәйҙәргә кәзә һөтөн аҙнаһына бер нисә тапҡыр килтерә.

Кәзә һөтөнән яһалған сыр француздарҙыҡынан тәме, сифаты буйынса бер ҙә кәм түгел. “Башҡорт кәзәһе” хужалығында “Камамбер”, “Кротэн” сырҙары етештерелә.

Андреевка утарында Франция һәм Германия бизнес-йәмғиәте делегацияһы вәкиле Элизабет Городков-Гутьер килеп киткән. “Яңыраҡ эш башлауығыҙға ҡарамаҫтан, һеҙҙеке тәме буйынса Францияла быуаттар буйына етештерелгән һәм камиллыҡ сиктәренә еткән сырҙан бер ҙә кәм түгел, тәбиғи тәме һаҡланған,- тине һәм тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ике ил араһында уҡыуҙар ойоштороу кәрәклеген белдерҙе,- был ике яҡ өсөн дә файҙалы буласаҡ”, - тине ул.

Тимәк, тиҙҙән республика һәм Франция фермерҙары араһында эшлекле бәйләнеш яйға һалынасаҡ. Ниһайәт, үҙебеҙҙә етештерелгән сыр ҡуллана башлаясаҡбыҙ!

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей