Ҡаҙ өмәһе үтте.
Күгиҙел ауылында матур ҡаҙ өмәһе үтте. Уны урындағы өлгөлө, тырыш, әрһеҙ, ҡош-ҡортто, мал-тыуарҙы күпләп тотҡан ғаиләләрҙең береһе - Әнисә һәм Васил Сирусиндар ойошторҙо. Өмәлә ауыл ағинәйҙәр етәксеһе Сания Манапова, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, йорт хужаларының туғандары ҡатнашты. 30 ҡаҙҙы "һә" тигәнсә эш итеп тә ҡуйҙылар улар. Боронғо башҡорт халҡының матур йолаһын тергеҙеү, ғөрөф-ғәҙәттәрен халыҡҡа күрһәтеү, йәштәргә өйрәтеү маҡсаты менән үткәрелде был сара. Бергәләп эшләгәндә күңелле лә. Ҡаҙ түшкәләрен көйәнтәләргә аҫып шишмәгә алып төшөүе генә ни тора?!Гармун көйҙәренә күңелле генә йырлап- бейегән милли кейемдәге апайҙар күҙ алдығыҙға килдеме? Ҡасандыр тап бөгөнгөләй үткән был йоланы хәҙер өлкән быуын кешеләре яҡшы хәтерләйҙер.
Әйтергә кәрәк, Күгиҙел ауылы быйыл Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән "Сәләмәт ауыл" конкурсында ҡатнаша.
Бында тырыш, егәрле һәм дәртле халыҡ йәшәй. Эш менән шөғөлләнгән кешенең насар ғәҙәттәргә ваҡыты ҡалмай -сәләмәт тормошҡа өҫтөнлөк бирә улар!