Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый

өндәр һалҡынайтып, ер өҫтөн ер аҙ ҡар ҡаплау менән ауылдарҙа күңелле мәл - ҡаҙ өмәләре башлана. 

Ошо көндәрҙә Алға ауылында ла ҡаҙ өмәләре башланды. Был мәшәҡәтле ҙур эште күмәкләп башҡарыуы еңелерәк, сөнки мамығынан башҡа ваҡ эше күп. Яҙ башынан алынған бәләкәй генә һап -һары бәпкәләрҙе ҙур ҡаҙҙар булып еткәнсе үҫтереү күп көс талап итә. Быйыл Алға ауылында Зилә Ҡаһарманова, Юлиә Әхмәтйәнова, Гүзәл Сәлихова, Лилиә Ғәйнетдинова, Альбина Сәлихова, Фәрзәнә Хәсәншиналар 30-40-ар ҡаҙ үҫтергән. Күмәкләшеп, йырлаша-көлөшә ҡаҙҙар йолҡона, һуңынан быуаға алып барып,таҙа һыуҙа йыуыла һәм ҡышҡылыҡҡа һыуытҡыстарға һалып ҡуйыла.

Оҙон ҡышта улар кис ултырып ҡаҙ ҡаурыйҙарын һыҙырыр, мамыҡ мендәрҙәр яһар.

Фотолар: Ригина Ғәзизованың шәхси диуарынан алынды.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей