Ҡартлыҡ көҙөнә матур аяҡ баҫҡандар.

Һәр ауыл Советында Ағинәйҙәр ойошмаһы бар, ҡайһылыр тарафта уларҙың эшмәкәрлеге һиҙелмәһә, ҡайҙалыр ауыл тарихын яҙып алыуҙа, уның бөгөнгө йәшәйеше йәнле булыуында ярайһы уҡ ҙур роль уйнай улар. Мәҫәлән, Самаҙы ауылында алтмыш йыл ҡулға-ҡул тотоношоп ауыр ҙа, матур ҙа тормош юлын үткән Флүзә һәм Биктимер Хәмиҙуллиндарҙың үткән ғүмерен барлауҙа беҙгә урындағы Ағинәйҙәр берекмәһе етәксеһе Мәүлиҙә Йылҡыбаева яҡшы ярҙам итте. 
Флүҙә инәйҙең атаһы Бөйөк Ватан һуғышында ятып ҡала, әсәһе, яңғыҙ булғас, ФЗО-ға ла, һал ағыҙыуға ла ебәрәләр.Атаһы колхоз рәйесе булған, көтөүҙә бер һарыҡ юғалған өсөн, ошаҡ буйынса, төрмәгә ултырталар,шунан һуғышҡа алғы һыҙыҡҡа ебәрелә, башҡа яҡындарын күреү насип булмай, Флүзәһе нисәлер айлыҡ ҡына булып ҡала. Ҡыҙыҡай әсәһенә донъя көтөшөп, утын, бесән әҙерләшеп, эш араһында ауыл мәктәбенең дүртенсе класын тамамлай.Бишенсе класҡа уҡырға фатирҙа түләп торорлоҡ аҡса булмағас, Флүзә бер йыл ауылда колхоз эштәрендә йөрөй. Бала ғына көйө иптәш ҡыҙҙары менән яландағы алтмыш-һикһән кешегә ашарға бешереп, ашнаҡсы-кәшәүер ҙә булырға тура килә. Икенсе йылы ауылда 5-6 кластар асылып, ҡыҙ артабан уҡыу бәхетенә эйә була. Ҙурыраҡ класҡа Абзан мәктәп-интернатына бара, йәшәгән бинаны йылытыуға ҡул көсө менән утын әҙерләп, сүлмәктәрҙә үҙҙәренә мейестә ашарға бешереп, үҙҙәрен-үҙҙәре ҡарап йәшәй балалар.9 класты уҡып бөткәс, 1956-57 йылдарҙа Флүзә хат ташыусы булып эшләй.1957 йылда колхозға һауынсы булып эшкә төшә. Һыйырҙарға йылғанан һыу ташып эсерәләр, дәүләт өсөн май планын үтәйҙәр-һөт айыртып, май бешәләр, ҡыҫҡаһы, эш ифрат күп була. Һауынсылар өйө иҙәнен йыуып йөрөгәндә ҡыҙ күҙләп килгән Биктимер атлы егет менән таныштыралар. 

Биктимер Муйнаҡ ауылында тыуған, атаһы яуҙа һәләк була, 45 көнлөк кенә сабыйын ҡалдырып, әсәһе лә йәшләй вафат була. Малайҙы һәм уның бер туғандары Мәғрифәне, Байтимерҙе яҡын инәһе аҫрауға ала. Биш йәшкә тиклем Биктимер шулай инәһе йортонда көн күрә, унан һуң Самаҙы ауылына күсә, Һәйбә инәй ҡулына ҡала, ә ағаһы менән апаһы Азиялағы туғандарына йәшәргә ебәрелә.Алты йәшлек сағында малайҙы ауылдағы йәнә өс малай менән Байыш балалар йортона оҙаталар. Кейем юҡ, ашау наҡыҫ. Ауырлыҡтарға түҙә алмай, тыуған ауылын, дуҫтарын һағынып ҡасып ҡайта.Ырымбур өлкәһендәге Райман ауылында туғандарында ике йыл йәшәй Биктимер.Армияға шул ауылдан китә, Таджикстанда сик һаҡсыһы булараҡ хеҙмәт итә. 1958 йылда Байтимер ағаһы ғаиләһе менән Муйнаҡ ауылына күсеп ҡайта, шулай егет һалдат хеҙмәтенән һуң бында тура ҡайта.Самаҙылаға Һәйбә инәй менән Вәлиулла олатайға килеп йөрөй.Кәләште лә Самаҙынан күҙләй. 
Шулай, 1958 йылдың 22 октябрендә туй үткәреп ҡауыша йәштәр. Ике яҡта ла өсәр көн мәжлес була. 
Тәүҙә ҡәйнә йортонда йәшәйҙәр, йәш кенә көйө бала ҡайғыһы ла күреп өлгөрәләр- тәүге улдары Абдулла мәрхүм була. Өй хәстәрләйҙәр. 1959 йылдың көҙөндә Комсомол урамында йорт һалып инәләр. Бигерәк егәрле булды Биктимер, ти Флүзә инәй.Колхоз эшендә лә алдынғы булған, нисәмә мунса, һарай, кәртә төҙөй ул. Йәшәгән йортонда йылдан-йыл киңәйтә, күркәмләй. Бер-бер артлы тыуған сабыйҙарҙы ҡәҙерләп үҫтерәләр. Ике айлыҡ баланы ҡалдырып, хужабикә һауынсы эшенә тотона, иптәше мал көтә, шулай ҙа бирешмәй йәшәйҙәр. Ғүмер буйы ишле мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, күпләп картуй, баҡса үҫтерәләр, колхоз сөгөлдөрөн утайҙар, хәҙерге уңайлыҡтар булмаһа ла, ҡаҙан аҫтына өҙлөкһөҙ ут яғып, донъя көтәләр. 

Хәмиҙуллиндарҙың икеһе лә йыр-моңға маһир, уйын-көлкөгә шәп, мәрәкәсел кешеләр, улар булған ерҙә һәр саҡ тирә-йүндәгеләргә күңелле. 1970 йылда Биктимер олатай өс айлыҡ курс уҡып ҡайтып клуб мөдире булып эшләй башлай, ҡатыны иҙән йыуа.Колхоз ауыл йәшәйешен йәнләндереү маҡсатында уларға ошо эште тапшыра.Өс йыл эшләгәндән һуң, ҡыр эшендә күберәк файҙа килтерәбеҙ, тип яңынан ауыр эшкә тотоналар. Ир һауын һыйырҙарын көтә, Флүзәһе һауынсы, торараҡ башмаҡтар, быҙауҙар, һарыҡтар ҡарау эшенә биреләләр. Ҡайҙа эш ауыр- шунда егелә Биктимер менән Флүзә, эшләй ҙә беләләр, хеҙмәттәрен колхоз юғары баһалай. Байрам һайын бүләкләүҙәр була:Почет Грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр, “Биш йыллыҡ ударнигы”, “Социалистик хеҙмәт ударнигы” билдәләре, икеһенә лә «Оҙайлы фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн” миҙалдары. 
Етемлекте иртә татығанғамы, сәмләнеп йәшәй Хәмиҙуллиндар, биш балаларына- Фәниәгә, Мөҙәрискә, Миләүшәгә, Вадимға, Илһамға матур тәрбиә бирәләр. Тырышлыҡтары шул тиклем була, әле өлкәнәйгәс тә, бына тигән итеп заманса йорт, ихата ҡаралтылары төҙөп сығалар. Ауыр саҡта ла, шатлыҡта ла уларға йыр юлдаш була. Ялан-ҡырҙарҙа көтөү көткәндә лә, бесән эшләгәндә лә Биктимер күңеленә килгән һүҙҙәрҙе моңға һалып, йыр итеп йырлар булған.Бынан тыш башынан үткән хәлдәрҙе аҡ ҡағыҙға төшөрә бара, улар араһында ҡыҙыҡтары ла, ҡыҙғаныстары ла етерлек. 

Ауылға ингән ерҙә әллә ҡайҙан үҙенә балҡып, саҡырып торған йорттарында бер-береһен ҡарттарса ҡәҙерләп, тыныс ҡына сөкөрҙәшеп донъя көтә Хәмиҙуллиндар.Ун бер ейән-ейәнсәргә, ун бүлә-бүләсәргә һөйөнөп, балаларына именлек теләп йәшәй улар. 
“Ғүмерҙәр ике килмәй шул, донъя бит фани ғына, уның асылдарын бары, аңламай сабый ғына”, тип икәүләп йырланы бөгөн юбилярҙар залдағы халыҡҡа.Абзан ауыл хакимиәте башлығы Нурғәли Бикбулатов уларға район хакимиәте башлығы Дәмин Юлановтың Ҡотлау хатын, бүләктәр тапшырҙы. Ауыл старостаһы Ирек Ҡылысбаев та тәбрикләне. Балалары, яҡындары, кисәне алып барыусы Розалия Яҡшыбаева һәм Мәүлиҙә Йылҡыбаева йылы һүҙҙәрен йәлләмәне. Хәмиҙуллиндар һәм ауылдың үҙешмәкәр артистары, ағинәйҙәр берекмәһе ҙур концерт ҡуйҙы, инәйгә француз яулығы, башҡорт милли биҙәүесе (һаҡал-түшлек) кейҙерҙеләр, олатай менән икеһенә тере сәскәләр, төрлө бүләктәр бирҙеләр. Фото-видеояҙма алып барыусылар ҙа хәтһеҙ булды. Бер оянан таралған утыҙ биш яҡының туған көндәрен яттан белеүҙәре өсөн өләсәй (ҡәрсәй)-ҡартайҙарына рәхмәт әйтте йәштәр. 

Әнисә Бикташева.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей