“Ҡанатлы ат” фестивале үтте

Үткән шәмбелә Граф күле буйында етенсе тапҡыр “Ҡанатлы ат” спорт фестивале үтте. Бында төбәктәрҙә иң яҡшы һөҙөмтәгә ирешкән аттар старт һыҙығына баҫты. Әйтергә кәрәк, ат спорты төрҙәре фестивале милли спортты үҫтереү һәм уның абруйын арттырыу, Башҡортостан райондары һәм ҡалалары менән бәйләнеште нығытыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, үҫеп килеүсе йәш быуынды милли һәм халыҡ йолалары рухында тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Бәйгелә Баймаҡ, Учалы, Хәйбулла, Әбйәлил, Дүртөйлө, Кушнаренко, Дыуан райондарынан, Өфө ҡалаһынан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән, Ҡаҙағстан Республикаһынан иң көслө арғымаҡ-юртаҡтар, жокей һәм һыбайлылар ҡатнашты.

– Районда төрлө спорт ярыштары берҙәм үҫеш ала, һөҙөмтәләр ҡыуаныслы, – тип билдәләне район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов фестивалде асыу тантанаһында. – Бөгөн был байрамда ат яратҡан, спортты һөйгән кешеләрҙең барыһы ла ҡатнаша. Әйтергә кәрәк, Баймаҡ аттарының бәйгелә үҙ урыны бар, беҙҙе яҡшы беләләр. Был – бөгөнгө генә түгел, ә йылдар дауамында ныҡышмалы алып барған эш һөҙөмтәһе. Ирәндек тибындағы аттарҙы һаҡлап ҡала алыуыбыҙ быға асыҡ миҫал. Бөгөн 3 йәшкә тиклемге башҡорт тоҡомло аттар өсөн айырым бәйге үтәсәк.

”Аҡбуҙат” ипподромы директоры Владимир Артамонов иһә үҙенең сығышында: “Баймаҡ аттарының үҙенсәлеге – башҡорт тоҡомло булыуында. Улар универсаль – эштә лә, бәйгелә лә ал бирмәй, һәр ваҡыт призлы урындар яулай. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайы менән киләһе йыл 12 июндә аттарҙа Темәс – Стәрлетамаҡ – Өфө маршруты буйынса марафон ойоштороласаҡ. Бында ла Баймаҡ һыбайлылары әүҙем ҡатнашыр тип ышанам”, – тип билдәләне.

Бәйге 11 заезда ойошторолдо. Беренсе булып старт һыҙығына 3 йәштән өлкән башҡорт тоҡомло арғымаҡтарҙа һыбайлылар баҫты. Бында улар “Башҡортостан даны” призына көс һынашты. 1600 метр арала Р.Таймасовтың Аҡъялында А.Әбүбәкиров еңеү яуланы. “Салауат” ЯСЙ-һының Толпарында А.Ғатауллин – икенсе, Р.Йортбәковтың Зорроһында Н.Асҡарин өсөнсө булып килде.

”Ышаныс” призы өсөн бәйгелә Баймаҡ аттары ҡатнашманы. Төп приз Силәбе өлкәһенән үҙенең Пурпурныйында еңеү яулаған һыбайлы В.Рогачҡа китте.

“Баймаҡ районы призы”на ете ат стартҡа баҫты. Сентябрь баштарында Өфөлә үткән Халыҡ-ара Европа чемпионатында еңеү яулаған Рәзиф Әхмәров бында ла һынатманы, үҙенең Сыногында еңеү яуланы.

“Атымды кисә яландан тотоп алып, бөгөн бәйгегә килдем. Бер ниндәй ҙә әҙерлек булманы, – тине Темәстән килгән 13 йәшлек Рәзиф беҙгә биргән интервьюһында. – 3-сө кластан алып аттар бәйгеһендә ҡатнашам. Киләсәккә лә пландарым ҙур”. Афарин, Рәзиф! Ҡалған урындар ҙа баймаҡтарҙа ҡалды: икенсене – Адмиралда Н.Аскарин, өсөнсөнө Малайында Д.Байғужин яуланы.

Ә бына “Сағыштырыу” призында 4 йәштән алып ҙурыраҡ аттар өсөн барған алышта уңыш баймаҡтарҙан ситләп уҙҙы.

“Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхин исемендәге приз”да 6 ат көс һынашты. Бында Байғанатта А.Әбүбәкиров – беренсе, Старчемпта С.Таймасова икенсе урындарҙы алды, өсөнсө урын Учалыға китте.

“ВЛКСМ-дың 100 йыллығы” уңайы менән ойошторолған бәйгелә 4 йәштән олораҡ юртаҡтарға 2100 метр арауыҡты үтергә кәрәк ине. Бында Р.Таймасовтың Медовыйы иң етеҙе булып сыҡты. Икенсе урынды Зурабта Р.Абдуллин, өсөнсөнө Таранда М.Әбйәлилов алды.

“Баймаҡ районы таусылары” исеменә ҡуйылған призда 3 йәштән ҙурыраҡ башҡорт тоҡомло аттар 4300 метр арауыҡҡа сапты. Әбйәлил районынан Б.Миңлебаев исемендәге крәҫтиән-фермер хужалығында тәрбиәләнгән Моцартта Д.Биктинин ышаныслы рәүештә еңеү яуланы. Киләһе урындарҙы баймаҡтар алды: Блондинда Р.Әхмәров – икенсе, Соколда В.Рәхмәтуллин – өсөнсө.

“Халыҡтар дуҫлығы” призында 4 йәштән олораҡ орлов тоҡомло юртаҡтар 1600 метрға алышты. Бында өс призлы урын да Силәбе өлкәһенә китте.

Ә бына “Алдар батыр” исеменә ойошторолған бәйгелә Баймаҡ аттарына етеүсе булманы. Роял Флешта А.Муллабаев – беренсе, Хан Сабудайҙа С.Таймасова – икенсе, Соколда А.Әбүбәкиров өсөнсө урындарҙы алды.

“Баймаҡ ҡалаһының 80 йыллығы” исемендәге призда ике йәшлек ике юртаҡ стартҡа баҫты. Бында Элегантта Р.Таймасов (Баймаҡ) ышаныслы рәүештә еңеү яуланы. Силәбенән килгән Е.Мусин үҙенең Кондагарында икенсе булып финишҡа килде.

Ярыштың иң мауыҡтырғысы һәм көсөргәнешлеһе аламан бәйге булғандыр, моғайын. Стартҡа баҫҡан аттар 6000 метрға көс һынашты. Баймаҡтан В.Сафаровтың Матурҡайында сапҡан А.Әбсәләмов беренсе булып финишҡа килде. Анкурҙа Д.Ҡорбанаев – икенсе, Мерабеллала К.Әхмәтова өсөнсө урындарҙы бүлеште. Был бәйгенең бағыусыһы булған крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Альберт Хөсәйенов еңеүсегә орлов тоҡомло айғыр бүләк итте. Ғөмүмән, бөтә еңеүселәргә лә дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.

Бәйге һуңында Баймаҡ бөркөттәре “Ылаҡ” уйынын күрһәтте. Был иһә фестивалгә тағы ла бер биҙәк өҫтәне.

Лилиә ТАКАЕВА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей