“Ҡалмыҡ” тоҡомлолар даланы үҙ иткән

Хәйбулла районы Өфө ауылынан Марат Булатов – районда малсылыҡ тармағында уңышлы эшләгән эшҡыуарҙарҙың береһе. “Уфимский+” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойоштороп, уңған һәм булдыҡлы фермер ит етештереү йүнәлешендә махсуслаша. “Ҡалмыҡ” тоҡомло утыҙ баш тана алып, уларҙы яйлап арттырыуға өлгәшә. Әле мал аҙбарында 130 баш һыйыр малы иҫәпләнә.

Эшҡыуарҙың бар уй-ниәтен хуп­лап, уға һәр яҡлап ярҙам иткән ҡатыны Земфира Шәрифйән ҡыҙы әйтеүенсә, ҡалмыҡ тоҡомло малдың һөтө аҙ була, ите күп сыға, шуға күрә ул ит йүнәлешендә махсуслашҡан эшҡыуарҙар өсөн отошло. Ите баҙарҙа ҙур һорау менән файҙалана, уны “мәрмәр ит” тип тә йөрөтәләр.

Марат Салауат улын эш урынында осратырға тура килмәне. Хәйер, атайҙарының юлын лайыҡлы рәүештә улдары Руслан менән Радик дауам итә. 
– Мал аҙығы үҙебеҙҙең көс ярҙамында етәрлек әҙерләнде, – ти Земфира Булатова. – 900 гектар майҙанда арпа сәсәбеҙ, көнөнә өсәр килограмдан һәр башҡа фураж бирелә. Әле быҙауҡайҙар ала башланыҡ, март аҙағына быҙау алыу осоро тамамланыр, тип уйлайбыҙ. Яңы тыуған быҙауҙарҙы айырым йылы ҡурала тотабыҙ, аҙаҡ әсәләренә ҡушабыҙ. Мал тәрбиәләүҙә артыҡ проблемалар юҡ.

Хужалыҡта Булатовтар әле үҙҙәренең көсө менән ҡыш миҙгелен тамамлау алдында. Миҙгелле эштәр башланһа, ике кеше ваҡытлыса эшкә йәлеп ителә. 

Йүнсел йүнен таба тигәндәй, Өфө ауылындағы эшҡыуар Марат Булатов һис тә аптырап тормаған, тотҡан да Хәйбулла далаһына “ҡалмыҡ” тоҡомло ҡара-ҡыҙыл төҫтәге һыйыр малҡайҙарын алып ҡайтҡан. Ә улары далала үҫкән үләндәрҙе лә, хужаларын да бик тиҙ үҙ иткән.
Автор: Кәримә УСМАНОВА әҙерләне
 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей