Ҡала предприятиеларында

“Йәшел хужалыҡ” муниципаль унитар предприятиеһы ҡалала 2006 йылдан эшләй. Ул урамдарҙағы сүп-сар сығарыу, төҙөкләндереү, йәйен-ҡышын урам-тротуарҙарҙы таҙартыу өсөн яуаплы. Ҡаланың газондарын да улар йыйыштыра. Хужалыҡтың төп маҡсаты - тирә-яҡ мөхиттең таҙалығын һаҡлау.

Ҡар иреп, тәбиғәт йәшеллекккә күмелә башлау менән тегендә-бында сүп-сар күҙгә салына. Эш күләменең сифаты хеҙмәтсәндәрҙең тырышлығына, тәжрибәһенә, яҡшы техникаға бәйле. Ойошмала өс трактор, самосвал, ЗИЛ, ике йыйыу машинаһы бар, яңыраҡ “Т-150” һатып алғандар, республика етәкселеге вакуумлы йыйыштыра торған машина вәғәҙә иткән. Римма Абдулаева, Миңнулла Ҡотлоғужин, Гөлимә Мәҡсүтова, Кәрим Бураҡанов, Марсель Йәмлиханов кеүек эшселәрҙе телгә алмау мөмкин түгел.

Хеҙмәтсәндәр өмәләрҙә ҡатнашып, ҙур ярҙам күрһәтә. “Сүп-сар график буйынса сығарыла. Гагарин исемендәге паркта газон үләне сәсеү, унда йәйелеп үҫкән ағастарҙы формаға килтереү ҙә беҙҙең өҫтә”, - ти директор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Руслан Вәлиев. Апрель аҙағы, май баштарында парк-скверҙарҙы, урамдарҙы йәшелләндереү эштәре башлана: тиҫтәләрсә мең сәскә ултыртасаҡтар. Тиҙҙән тирә-яҡ гөл-сәскәгә күмеләсәк: ул - “Йәшел хужалыҡ” предприятиеһы эшселәренең хеҙмәт емеше.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей