Ҡала өсөн талап ителгән проекттар

Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов етәкселегендә беренсе тапҡыр үткән “инвестсәғәт”тә үк бер нисә өмөтлө проект ҡаралды. Улар киләсәктә ҡаланың сәнәғәт үҫешенә өлөш индерә, уның архитектур йөҙөн биҙәй, шулай уҡ халыҡты яңы эш урындары менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк.

Эшҡыуар Карен Мкртумян Ленин урамындағы “Космос” кинотеатры урынында ошо уҡ исем аҫтында сауҙа- күңел асыу үҙәге асыу теләге менән яна. Күҙалланған инвестиция хаҡы  - 160 миллион һум тәшкил итә. Проект буйынса майҙаны 3 мең квадрат метр тәшкил иткән бинала сауҙа нөктәләре, кафе, ресторан, матурлыҡ салоны, балалар уйын һәм ял бүлмәләре, кинотеатр, хатта фонтан буласаҡ. Юғары ҡатҡа эскалатор йөрөйәсәк, лифт эшләйәсәк. Эшҡыуар комиссия ағзаларына проектты тулыһынса тормошҡа ашырыу өсөн аҡса етмәгәнлектән, дәүләт ярҙамы, йәғни субсидияға өмөтләнеүен белдерҙе. Ҡала үҙәгендә урынлашҡан объектты федераль селтәрҙәр ҡушҡуллап ҡуртымға алырға, талап ителгән хаҡты индерергә әҙер, әммә Карен Эдуардович уларҙа урындағы үҙебеҙҙең эшҡыуарҙар эшләү яҡлы.

“Талап ителгән, ҡала үҫеше өсөн ыңғай проект тип уйлайым, беҙ яңы идеялар буйынса фекер алышырға әҙер”, - тине Рөстәм Наил улы.

Тағы бер эшҡыуар Сорокин Константин Викторович ҡаланың көньяғында Техник һәм Ленин урамдары киҫелешендә (2020-2021 йылдарға) йәмәғәт туҡланыуы нөктәһе (кафе) төҙөү проекты менән мөрәжәғәт итте. Был районда йәмәғәт туҡланыуы урындары булмауы уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. 6 миллион һумға күҙалланған проект тормошҡа ашырылғанда, эш урындары булдырыласаҡ. Был иһә, ҡала иҡтисадына ғына түгел, уның эстетик йәһәттән биҙәлешенә лә булышлыҡ итәсәк. Әлегә эшҡыуар комиссия ағзаларына кафе төҙөү өсөн ер участкаһын рәсмиләштереп, кадастр иҫәбенә ҡуйыуға ярҙам һорау тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте.

Әлегеләй саралар проекттарға дәүләт ярҙамы алырға булышлыҡ итәсәк.

Әйткәндәй, һәр кесаҙна, район Хакимиәтендә уҙасаҡ “Инвестсәғәт”тә эшҡыуарҙар үҙҙәренең проектын һәр кем тәҡдим итә ала. Төбәк үҫеше ошондай тәҡдимдәр көтә.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей