Ҡала ҡыҙы ауылды үҙ итте

Ишмырҙа ауылынан “Р.Ғ. Рәсүлев” КФХ-һы районда иң һөҙөмтәле эшләгән, үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтары буйынса тотороҡло үҫешкә өлгәшкән хужалыҡтарҙың береһе. Радик Ғәйнислам улы етәкләгән предприятие йылдан-йыл үҙенең ҡеүәттәрен арттыра, техник потеницалын нығыта бара, кампанияларҙы тейешле технологиялар нигеҙендә ойоштора.

Хужалыҡтың техник-осенаторы Эльвира Ишмырҙинаны районда үҙ эшенең ысын оҫтаһы булараҡ беләләр. Эльвира Әмир ҡыҙы – Баймаҡ ҡыҙы. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумының зоотехния бүлеген тамамлаған ҡыҙ тәүҙә практиканы Фрунзе исемендәге колхозда үтә, һуңынан эшкә шунда килә. Һәм тап шул ваҡыттан алып бөгөнгәсә йәш белгес ал-ял белмәй производствоны үҫтереүгә үҙенең тос өлөшөн индерә. Тәүҙә зоотехник-селекционер булһа, һуңғы йылдарҙа техник-осеменатор эшен башҡара. Эльвира Әмир ҡыҙы үҙ һөнәре буйынса район кимәлендә күп тапҡырҙар еңеү яуланы, республикала ла яҡшы һөҙөмтәләргә иреште. Намыҫлы хеҙмәте өсөн ул район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей