Ижади уңыштар һиңә, Айгөл!

Бәләкәй генә ауылда мәҙәни тормошто ойоштороу, әлбиттә,еңел түгел.Шуға ҡарамаҫтан, Әлшәй районы Мырҙағол ауылы клубы мөдире Айгөл Мөхәмәтйән ҡыҙы Абдулова бөтә көсөн, тәжрибәһен туплап, ауыл тормошон йәнләндерегә тырыша.Ул – Ғафури ҡыҙы.Мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһында һөнәр үҙләштереп, практика үтеп йөрөгәндә Мырҙағол егете Альберт Абдулов менән танышалар. Йәштәр араһында мөхәббәт уты тоҡана.1989 йылда гөрләтеп туй үткәрәләр һәм бына инде 32 йыл ҡулға- ҡул тотоношоп, татыу ғаилә булып йәшәйҙәр. 
Альберт менән Айгөл дүрт балаға ғүмер бүләк итеп,уларҙы үҫтереп,белем алырға ярҙам иттеләр.Балалары үҙҙәренә оҡшаған һөнәрҙе һайлап оло тормош юлына баҫтылар.Оло ҡыҙҙары – медицина, икенсеһе- уҡытыусы һөнәренә эйә, улдары ла техникум бөткәндәр. Әле бәләкәй улдары армия сафында хеҙмәт итә. Дүрт бүлмәле матур, иркен йорт һалғандар. Ҡураларында бик күп мал, ҡош- ҡорт. 
Айгөл клуб мөдире булып 2014 йылдан эшләй.Ошо осор эсендә күпме саралар үткәрелде, яңы сағыу сығыштар өҫтәлде. Ул күңеле менән ижади кеше: уның энергияһы, ижади шишмәһе, киләсәккә пландары бай һәм күп.Әлбиттә, хеҙмәтендә иң ҙур терәге – ауыл активистары, ғаиләһе, туғандары. Йәштәр ауылда һирәк булһа ла, оло быуын кешеләре бик актив рәүештә, шатланышып ҡатнашалар.Ниндәй генә саралар үткәрмәйҙәр улар: спектакль, концерттар, төрлө байрамдарға арналған тамашалар.Район кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнашып, дипломдар, маҡтау , рәхмәт ҡағыҙҙары алдылар. Әүҙем генә экологик шәмбе өмәләре, клуб, стела янында ағастар ултыртыу,балалар майҙансығы төҙөү -бөтәһе лә уларҙың егәрле ҡулдары эше. Айгөл кеүек ойоштороусы булмаһа, ауылдың мәҙәни тормошо йәнләнер инеме икән?! Тынғы белмәҫ етәксе үҙе лә ҡул ҡаушырып ултырмай, ауылдаштарын да тик тотмай.Балалар менән дә, өлкәндәр менән дә тигеҙ дәрәжәлә осрашып, уларҙы мәҙәни тормошта йәшәтеүе һоҡландыра. Клубта балалар өсөн саралар, конкурстар, уйындар ойошторола.Ололар ҡул эштәре күргәҙмәләре күрһәтеп шатландыралар.Был да ауыл халҡы өсөн аралашыу сараһы бит! Клубта уҙған сараларҙан фоторепортаждар, мәҡәләләр,белдереүҙәр социаль селтәрҙәрҙә сағылдырыла. 
Айгөл Мөхәмәтйән ҡыҙының эшмәкәрлеге ҙур ихтирамға һәм маҡтауға лайыҡ. Уның эшен район администрацияһы ла юғары баһалай.Был хаҡта бик күп дипломдар, рәхмәт хаттары үҙҙәре һөйләп тора. Ижади уңыштар һиңә, Айгөл! 
Ауылдаштары исеменән Тамара Ғәлиуллина.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей