Ит арзан булды, әммә картуф үтмәне

Ҡалала көҙгө йәрминкәләр үткәреү күптән инде матур йолаға әүерелгән һәм был мәлде баймаҡтар түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Сөнки унда халыҡ арзан һәм сифатлы продукция һатып алып ҡыуана. Быйыл иһә тәүге йәрминкә үткән шәмбе үҙәк майҙанда ойошторолдо. 
Райондың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар иген культуралары, ит, һөт ризыҡтары, йәшелсә-емеш, умартасылыҡ продукцияһы тәҡдим итте. Шуныһы ҡыуаныслы, уларға һатып алыу хаҡтары ла сағыштырмаса арзан булды. Мәҫәлән, йәкшәмбе баҙарында иттең килограмы 380 һумға барып етһә, бында иһә 300-ҙән артманы. 
Йәрминкәлә картуф менән сауҙа итеүселәр күп булды. Билалдан Урал Ғүмәров, Таһирҙан Шамил Йосопов, Ниғәмәттән Зәлиә Раева, Һәмәндән Әлфиә Боҫҡонова, Күгиҙелдән Марат Дауытбаев, Вәкил Рамазанов, Өмөтбайҙан Ғәзиз Садыҡов “икенсе икмәк” менән сауҙа итте, биҙрәһенә 200 һум һоранылар. Әммә картуфҡа һорау бик аҙ булды. 
Баймаҡтан “Р.Байрамғолов” КФХ-һынан, Ниғәмәттән Рәил Раевтан бойҙайҙың тоғон – 380-400, арпаныҡын – 330, ярманыҡын – 320, һолоноҡон 170 һум менән һатып алырға мөмкин булды. 
Әбделкәримдән Рима Йәнйегетова быйыл да сифатлы кәбеҫтәһе менән ҡыуандырҙы – килограмын 18 һум менән тәҡдим итте. Баймаҡтан Фәүзиә Раева бройлер ите, йомортҡа, ҡаймаҡ, Таулыҡайҙан Гәүсәриә Әхмәтшина ҡаҙ ите, һөт ризыҡтары алып сыҡҡан ине. 
Билалдар бәшмәк тә алып килгәйне. Баймаҡтан умартасы Мөнир Кайниевтан ҡарабойҙай, сәскә, йүкә балын 1500-2000 һумға һатып алдылар. 
Район хакимиәтенең сауҙа һәм эшҡыуарҙар менән эшләү комитеты рәйесе Гөлшат Асылова әйтеүенсә, тәүге йәрминкәлә барлығы 81 кеше төрлө сауҙа иткән, бөтәһе 1 млн һумлыҡ продукция тәҡдим ителгән. Район хакимиәте ит һатыусыларҙан уның хаҡын төшөрөүгә өлгәшкән. Әйткәндәй, был йәрминкәлә йылҡы ите генә булманы. 
Хәҙер инде ауыл хужалығы йәрминкәһе һәр шәмбе ойоштороласаҡ. Баймаҡ халҡы ауыл хужалығы продукцияһы һатыусыларҙы көтә! 
Азамат Мөхәмәтшин

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей