«Искра»лар тырмаға төштө

Шаршамбы көндө «Искра» хужалығының яҙғы баҫыуҙарында техника тауышы яңғыраны: ниһайəт, игенселəребеҙ тырмаға төштө. Шулай итеп, яҙғы баҫыу эштəрен Түбəнге Бабалар, Көйөргəҙе һəм Ҡотлоюл бүлексəлəре механизаторҙары башлап ебəрҙе. Əлеге ваҡытта дым ҡаплау, ужым культуралары һəм күп йыллыҡ үлəндəрҙе өҫтəмə туҡландырыу уңышлы бара. Быйыл «Искра»лар минераль ашламаны сəсеүлектəргə күберəк индермəксе. Əлеге хужалыҡта тейешле күлəмдə ашлама ҡайтарылған. Шул уҡ ваҡытта, баҫыуҙарға тиреҫ сығарыла. - Баҫыу эшсəндəренең егəрлелегенə, һəр ҡушылған эште намыҫ менəн үтəүенə һөйөнəм, - ти Ҡотлоюл бригадаһы етəксеһе Ғəҙелхəй Боҫҡанов. Хужалыҡ баҫыуҙарында эш ҡыҙғандан-ҡыҙа. Шəүкəт Ишкинин, Буранбай һəм Илмир Кинйəғоловтар, Фидан һəм Инсаф Боҫҡановтар, Ислам һəм Илнур Аҡһаровтар, башҡа механизаторҙар үҙ эштəрен еренə еткереп башҡара.

Рəүеф АБДУЛЛИН Автор фотоһы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей