«Искра» хужалығы эшсәндәре Риф Исхаҡов, Мәлик Сынбулатов һәм Рәфҡәт Бикмаев - «Юшатыр» гәзитен яратып уҡыусыларыбыҙ.

Көйөргәҙе районында һәм Күмертау ҡалаһында башҡорт әҙәби телендә донъя күреүсе «Юшатыр» гәзитенә яҙылыу кампанияһы ныҡлап башланды. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ҡыуандырырға ашығабыҙ: октябрь айы башынан алып арзаныраҡ хаҡҡа гәзиткә яҙылыу буйынса ун көнлөк үткәреләсәк. Был хаҡта өҫтәмә рәүештә хәбәр итербеҙ. Тап бына шул саҡта гәзит уҡыусыларыбыҙ туған телдәге урындағы матбуғат баҫмаһына арзанға яҙылып ҡалыр һәм приздар уйнатыуҙа

ҡатнашыу өсөн квитанцияларын редакцияға алып килер йә почта аша ебәрер, тип

ныҡлы ышанабыҙ.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей