Ишҡол уңғандары ҡышҡылыҡҡа әҙер (Әбйәлил районы)

Ҡышлатыу осорона йомғаҡ яһалған район һабантуйында уңған малсыларҙың хеҙмәте билдәләнә, күптәр маҡтау грамоталарына, иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ була. Был исемлектә Ишҡол фермаһы уңғандары ла мотлаҡ була. Быйылғы һабантуйҙа «Ишҡол» АХК-һының был йәһәттәге эшмәкәрлеге өсөнсө дәрәжә диплом һәм 10 мең һум күләмендә премия менән билдәләнде.
Ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен малсылыҡҡа арнаған алдынғы көтөүсе Рәсих Шириязданов Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы  менән бүләкләнде. Ә быҙау ҡараусы Гөлфара Ниғмәтуллинаның фиҙаҡәр хеҙмәте райондың Почет грамотаһы менән баһаланды.
Йәйге осорҙа 1150 центнер тулайым һәм һәр һыйырҙан 1650 килограмм продукция алған, малдарҙың тулы именлеген тәьмин иткән өсөн ферма мөдире Ф. Ә. Йәрмөхәмәтов Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиелары эшсәндәре көнөндә райондың дипломы менән наградланды. 
Ишҡол фермаһы бөгөн дә малсыларҙың намыҫлы хеҙмәте арҡаһында йәшәп килә, продукция етештерә, тиергә була. Ҡар, ямғыр яуһа ла, күҙ асҡыһыҙ буран ҡоторһа ла, иртә таңдан малсылар фермаға ашыға, сөнки көндөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, малдарҙы ваҡытында ашатып-эсерергә кәрәк. 
Йәйләүҙән ҡайтыуға малдарҙы ферма тулы әҙерлектә ҡаршылаған: ҡураларҙа ремонт талап ителгән урындар йүнәтелгән, ялан кәртәләре, һарайҙар таҙартылған, ветстанция хеҙмәткәрҙәре уларҙы дезинфекциялау эштәрен башҡарған.
Уҙған айҙа тотонолған электр энергияһы өсөн сығым ҙур булғас, һауыу залына мейес сығарғандар. Ферма етәксеһе әйтеүенсә, мейес сығымдарҙы ҡырҡа кәметеүгә булышлыҡ итәсәк.
Бөгөн коллектив малдарҙы ҡышлатыу осорон уңышлы үткәреү өсөн бар тырышлығын һалып эшләй. Оҙаҡ йылдар һауынсы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан һауынсылар Фәниә Мостафина, Рәүиә Дауытова, Көнһылыу Ғүмәрова, Римма Баязитова үҙҙәренә лайыҡлы алмаш ҡалдырған. Йәштәр Венера Фазылова, Земфира Уйылданова, Нәфисә Ихсанова намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә.
— Һыйырҙарҙың күпләп быҙаулау осоро декабрь, ғинуар айҙарына тура килә. Ноябрҙә 25 быҙау алынды. Йәш үрсем Гөлфара Ниғмәтуллинаның ҡарамағында. Тырыш ҡатын эшен күңелен һалып башҡарғанға төркөмөндәге малдар имен була, — ти ферма мөдире Фәнил Әҙеһәм улы. 
Көтөүселәр Әлфир Хаҡыев, Миҙәт Ғибәҙәтов, Морат Сафин, Мөнир Нарынбаев һәм Рәсих Ширияздановтарҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ, нәҡ уларҙың үҙ бурыстарын намыҫлы үтәүҙәре арҡаһында һыйырҙар һәр саҡ ҡараулы, тәрбиәле, шуға һөҙөмтәләр  яҡшы.
МТЗ тракторында йөрөгән механизаторҙар Венер Вәлиев менән Венер Кейекбаев мал аҙығы таратыуҙа ярҙам итеп, малсыларҙың эшен еңеләйтеүгә булышлыҡ итәләр. 
Иллеләгән башмаҡты тәрбиәләгән Илгизәр Сафин (һүрәттә) малдарға өйрә лә бешерә. Ул ғына ла түгел, быҙау ҡараусыларға, малсыларға, һауынсыларға ла ярҙам итергә өлгөрә икән.  
Бар ғүмерен малдарҙың сәләмәтлеген тәьмин итеүгә арнаған веттехник Фәнил  Баязитовты ла тик яҡшы яҡтан телгә алды ферма етәксеһе.
Әйтеүҙәренсә, мал аҙығы ҡышты имен-аман сығырға етерлек күләмдә тупланған. Бесән-һалам, сенаж-силос та бар. Әле патока ҡайтарылған. 
Ферманың элекке һөт блогын һуйыу цехы итеп үҙгәртеү-ҡороу эштәре алып барыла. Был эште Нуриман Ниғмәтуллин, Милләт Ғиниәтов, Айҙар Фазылов, Руслан Дилмөхәмәтов башҡара.
— Цехта кәрәкле ҡулайламалар ҡуйылып бөткән, бинаны эстән профлист менән көпләргө генә ҡалған. Уны ветеринар күҙәтеү органы белгестәре ҡабул итеү менән цех эшләй башлаясаҡ, — ти Фәнил Йәрмөхәмәтов. 
Рәмилә ИСТАНБАЕВА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей