Иртәнге көнгә ышаныс менән

Беҙҙең район халҡы элек-электән иген үҫтереү, һыйыр малы, йылҡы, һарыҡ үрсетеү менән уңышлы шөғөлләнгән, был кәсептәрҙе быуындан-быуынға тапшыра килгән. ҡырағай баҙар мөнәсәбәттәре ауыл хужалығы тармағын һынау алдына ҡуйып, аграр өлкә ҙур юғалтыуҙар кисерһә лә, һуңғы тиҫтә йылда халыҡтың күпләп ер эшенә, малсылыҡҡа ыңғай йөҙ бороуы күҙәтелә. Фермер хужалыҡтарының йылдам артыуы, ауылдарҙа кооперативтарҙың уңышлы эш башлауҙары тап ошо хаҡта һөйләй.

Байыш ауылынан Ғәҙел Рәхмәтуллин да бала саҡтан атаһына эйәреп ауыл хужалығындағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәрҙә “буталып йөрөй”. Мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ яҙмышын тыуған ере менән бәйләргә ҡарар итә һәм Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортонда белем алғанда уҡ атаһы менән берлектә үҙенең иген культуралары үҫтереү буйынса махсуслашҡан крәҫтиән-фермер хужалығын асып ебәрә, миҙгелле эштәрҙә ҡатнаша, тәүге хеҙмәт сынығыуы ала. Буласаҡ ғалим-агроном шул йылдарҙа уҡ үҙенсә тәжрибәләр үткәреп ҡарай, әкренләп игенселек технологияһын үҙләштерә.

Һуңғы йылдарҙа Ғәҙел Фәйзи улы фермер хужалығының матди-техник базаһын нығытыу, ер эшкәртеү, иген һәм мал аҙығы культураларының уңышын күтәреү буйынса яҡшы күрһәткестәргә өлгәште. Бының нигеҙендә, әлбиттә, ныҡышмалы һәм эҙмә-эҙлекле эш ята. Майҙандарҙы чизель һабаны менән эшкәртеү һәм туңға һөрөү, “Петкус-531” орлоҡ таҙартыу агрегаты һатып алыу, парға етди иғтибар бүлеү, алдынғы тәжрибәне өйрәнеү үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе.

Быйыл “Ғ.Рәхмәтуллин” КФХ-һының сәсеү майҙандары структураһы 496 гектарҙы тәшкил итте. Йәш ғалим-агроном тәжрибә-һынау үткәреү маҡсатында етен, горчица, рапс, люцерна, күк аҡтамыр, һоло менән күстерә ҡатнашмаһы сәскән. Беҙҙең төбәк шарттарында уларҙың ҡайһыларын үҫтереү отошло – тап ошоно күҙ уңында тота Ғәҙел Рәхмәтуллин.

Казанка ауылынан Азат Маликов – райондың билдәле игенселәренең береһе. Азат Абдулла улы барлыҡ хеҙмәт юлын “ирәндек” совхозын үҫтереүгә арнай, намыҫлы эше менән хаҡлы абруй ҡаҙана, төрлө хөрмәттәргә лайыҡ була. Уға бынан биш йыл элек район делегацияһы составында Өфөлә Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантанала ҡатнашыу бәхете лә тәтей.

Урындағы хужалыҡ тарҡалғас, тәжрибәле механизатор юғалып ҡалмай – үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын асып ебәрә. Үҙ эшен булдырыуға уға туғандары ҙур ярҙам күрһәтә. Предприятие әкренләп үҫешә, производство ҡеүәттәрен арттыра, техник базаһын нығыта бара. Бөгөн фермер 400 гектар майҙанда иген культуралары үҫтерә, уларҙан яҡшы уңыш үҫтереп ала. Быйыл шуның 300 гектарында арпа менән бойҙай сәскән, ҡалғанын парға ҡалдырған. азат Маликовтың төп терәге булып улы Вадим һәм алексей Шаисламов һанала, улар тракторҙа эшләй. Тормош иптәше Роза Йортҡужа ҡыҙы хужалыҡты алып барыуға тос өлөш индерә, игенселәрҙе тәмле аш-һыуы менән дә һыйлай. Әйткәндәй, Маликовтар шәхси хужалығында малсылыҡ, ҡошсолоҡ менән дә шөғөлләнә.

Фермерҙар Ғәҙел Рәхмәтуллин һәм азат Маликов иртәнге көн хәстәре менән йәшәй, киләсәккә яҡты уй-ниәттәр ҡороп эшләй. Был уларҙың хеҙмәтендә сағылыш таба.

Азамат МӨХӘМӘТШИН. Автор фотолары

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей