"Ирәндек" фонды етәкселәре министр менән осрашты

БР Ауыл хужалығы министрлығында башҡорт атын һаҡлау һәм үҫтереү, Урал аръяғында ат спортын үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды

Бөгөн БР ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов "Ирәндек" башҡорт тоҡомло атты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды етәкселәре Алмас Шөгөров, Айнур Ишмөхәмәтов, баш зоотехник Әкрәм Хөсәйенов менән осрашты.Һөйләшеүҙә БР Компетенция үҙәге (элекке "Аҡбуҙат" ипподромы) етәкселәре лә ҡатнашты.

Кәңәшмәлә башҡорт атын һаҡлау һәм үҫтереү йүнәлешендә алып  барылған эштәр, ат спортын яңы кимәлгә күтәреү мәсьәләләре ҡаралды.Министр "Ирәндек" фондының эшмәкәрлеген юғары баһаланы, һәр башланғысты хупланы.Һөҙөмтәлә Урал аръяғында башҡорт тоҡомло аттар араһында ярыштарҙы ойоштороу өсөн тейешле шарттар булдырыласаҡ.Компетенция үҙәге лә артабанғы эшмәкәрлеген фонд менән берлектә алып барасаҡ.

Тоҡомсолоҡ эше буйынса ла уртаҡ фекергә килеште һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар, сөнки башҡорт атын тоҡом булараҡ һаҡлап ҡалыу бөгөн төп бурыстарҙың береһе булып тора.Ошо һөйләшеүҙең һөҙөмтәһе булып фонд белгестәрен эксперт комиссияһына индереү үҙе үк ҙур әһәмиәткә эйә.

Автор:Азамат Мухаметшин

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей