ИР АҪЫЛЫ ЭШЕНДӘ ҺЫНАЛА

Ҡауарҙы ауылының абруйлы ир-уҙамандарының береһе – Марат Фәрит улы Латипов ошо көндәрҙә үҙенең 60 йәшлек олпат юбилейын билдәләне.

Бәләкәйҙән ныҡышмал, тырыш, үҙ маҡсатына ирешеүсән булып буй еткерә Марат. Ҡауарҙы ауылында Фатанат менән Фәрит Латиповтарҙың ишле ғаиләһендә алты баланың өсөнсөһө булып донъяға килә. Ғаиләләге өс малай араһында иң өлкәне булараҡ, атай-инәһенең күҙ терәр - төп ярҙамсыһы булып үҫә. 
Башҡа тиҫтерҙәре кеүек Ҡауарҙы мәктәбенә уҡырға төшөп, уны тамамлағас, башта “Мағаш” колхозында бригадир ярҙамсыһы булып тәүге хеҙмәт сынығыуы ала. Артабан әрме сафында хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, үҙ тырышлығы менән Башҡортостан ауыл хужалығы институтының зооинженерия факультетына уҡырға инә. 
Хеҙмәттә сынығыу алған егет уҡыуҙа ла һынатмай, һайлаған һөнәре серҙәрен төплө үҙләштереп, юғары белемле зооинженер дипломына эйә була. Һәм йәш белгес күп уйлап тормай, ҡайҙа тыуғанһың – шунда кәрәкһең, тигән принциптан сығып, тыуған ауылына әйләнеп ҡайтып, “Мағаш” колхозында зоотехник булып эш башлай. Үҙ эшен төплө белгән, ҙур яуаплылыҡ менән башҡарған, булдыҡлылығы менән айырылған, халыҡ араһында ихтирам ҡаҙанған Марат Фәрит улына артабанғы йылдарҙа ферма мөдире, баш зоотехник, колхоз рәйесе вазифаларын да башҡарырға тура килә. 
Үҙгәртеп ҡороу елдәре колхоздарға ҡағылып, “Мағаш” та бөтөүгә дусар була. Өлкән ағай булараҡ, Марат Фәрит улы энеләре Айрат һәм Фуат менән берлектә кәңәш-төңәш итеп, үҙ шәхси хужалыҡтарын булдырырға ҡарар итә. Барыһы ла ауылда төпләнергә ҡарар иткән, тырышлыҡтары, егәрлелектәре, булдыҡлылыҡтары менән айырылған бер туған Латиповтар 1999 йылда бер төптән “Шишмә” крәҫтиән-фермер хужалығы асып, башкөллө эшкә тотоналар. Бөгөн был хужалыҡ ныҡлы аяҡҡа баҫҡан, табышлы эшләп килгән шәхси предприятиеларҙың береһе. Улар баҫыусылыҡ, малсылыҡ йүнәлешендә, шәхси пилорамаларында ағас эше менән булышалар. Хужалыҡ баҫыуҙары 200 гектар майҙанды биләй, 150 гектары - һөрөнтө ерҙәр, унда бойҙай, арпа сәселә. Ерҙәрҙе эшкәртеү өсөн дүрт “Беларусь”, ике “ДТ” тракторҙары, уңыш йыйырға комбайндары һәм башҡа техника, ҡоролма-ҡорамалдары бар. Элекке колхоздың мал һарайҙарын һатып алып 80-90 баш һыйыр малдары быҙауҙары менән, ике тиҫтәләп ат аҫрайҙар. Тиҫтәләгән ауылдашына эш урыны булдырып ҡына ҡалмай, ауылдаштарын, шулай уҡ күрше-тирә ауыл кешеләрен иген, фураж, бесән, һалам менән тәьмин итәләр. Ҡыш көнө иһә урманда ағас әҙерләп, заказ буйынса бура бурайҙар, штакетник, кәртә, бағана, брус, малды, быҙауҙарҙы тереләй ҙә, итләтә лә һаталар.
Сабыр холоҡло, аҡыллы, изгелексән Марат Фәрит улы эшендә генә түгел, тормошонда ла бөтмөр, донъясыл ғаилә башлығы. Ҡатыны Земфира Халиҡ ҡыҙы менән күптәрҙе һоҡландырып тормош көтәләр. Светлана исемле бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ул медицина өлкәһен һайлаған, Башҡорт дәүләт медицина университетында 4-се курста уҡый.Инәһенә, туғандары-яҡындарына - ике апаһына һәм бер һеңлеһенә ныҡлы терәк-таяныс та ул, аҡыллы кәңәштәрен биреп, ярҙамынан ташламай. 
Тыуған ауылының ысын пат-риоты, ғорурлығы булған Марат Латипов үҙенең олпат юбилейын лайыҡлы ҡаршы алды. Юбилярҙың еңел булмаған эшендә тик уңыштар юлдаш булһын, тыуған районы, ауылы хаҡына артабан да арымай-талмай хеҙмәт итергә яҙһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей