Интернетты киң ҡулланалар

Заман үҙгәрҙе, донъяны интернет баҫып алды, халыҡ уға көндән-көн ылыға. Күп кенә пенсионерҙарҙың яңы технологияны инҡар итеүе билдәле, шулай ҙа йортонда ғына баҫылып йәшәп ятмай, үҙ-үҙенә бәләкәй сәфәрҙәр бүләк итеүселәр йәштәрҙән ҡалышмаҫҡа тырыша.Абзан ауылында йәшәүсе алтмыш алты йәшлек Хәбир Иҙрисов ҡатыны менән ноутбуктан яҡшы файҙаланырға өйрәнгән. Махсус ҡолаҡсындар ҙа алып ебәргәндәр һәм скайп аша балалары, дуҫтары менән хәбәрләшәләр. Һуңғы осор Хәбир ағай ҡушымта менән видеофильмдар эшләү менән мауыға башлаған. Ҡыҫҡа метражлы фильмдарында теге йәки был ауыл кешеләренең көнкүрешен, йә булмаһа берәй халыҡ сараһын сағылдыра. Ҡулдан килгәнде эшләп, таныштарға һәм таныш булмағандарға иҫтәлек ҡалдырайым, йәштәргә ауылдарҙың элекке йәшәйешен фотоларҙа сағылдырайым тигән тәрбиәүи маҡсаттан сығып эш итә ул. Был шөғөлөнә тамыр йәйергә күптәнге кинорежиссер дуҫы, Курганда үҙ студияһы булған Александр Иванович Голубкин ярҙамлашҡан- бер нисә махсус ҡушымтаны компьютерына күсереп биргән, эшләү тәртибен аңлатҡан, профессиональ фотоаппарат бүләк иткән. Ғөмүмән, Хәбир Әмир улы ваҡиғаны мәңгеләштереү өсөн ярайһы уҡ яҡшы ҡоралланған-ҡиммәтле флешкалар, видеокамера, сенсор телефон һатып алған, берәй ергә бара ҡалһа, һәр нәмәһен йәтешләп сумкаһына урынлаштыра, ситтән ҡарағанда журналистарҙан һис ҡалышмай. 
Хәбир Әмир улы ҡәҙимге тормош юлын үткән. Атаһы электрослесарь, МТС-та, аҙаҡ почта етәксеһе, әсәһе төрлө эштәрҙә, һуңыраҡ әҙерләүҙәр контораһында эшләгән ябай ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫкән. Совет Армияһында хеҙмәттән һуң Хәбир ағай ситтән тороп урман хужалығы техникумын тамамлаған, йәш ваҡытында мәктәптә, көнкүреш йортонда эшләһә, ун һигеҙ йыл Юлдыбай лесничествоһында үҙен урман эшенә бағышлап, шунан хаҡлы ялға сыҡҡан. Тормош иптәше Нәжиә Ишембай районы Янурус ауылынан, Абзанға йүнәлтмә менән эшкә килеп, Хәбир ағай менән өйләнешеп, бергә донъя көтәләр. Бирскиҙа фармацевтика буйынса белем алған ҡатын 116-сы һанлы Абзан аптекаһы мөдире булып эшләй. Иҙрисовтарҙың ҙур улы Илһам Учалы тау-байыҡтырыу техникумын тамамлаған оҫта, Илдар электромеханик, егеттәр армияла Ватан алдындағы бурысын үтәгән (Илһам Чечняла), артабан өйләнгән, ҡалаларҙа төпләнгән, тәүгеһе кәләше менән ике ҡыҙ, икенсеһе ике ул үҫтерә. 
Хәбир Иҙрисов хаҡлы ялға сыҡҡандан алып Абзан ветерандар Советы рәйесе, йәнә ҡатыны менән икеһе лә 2010-сы йылдан Ырымбур казак ғәскәрҙәре йәмғиәт ойошмаһында торалар, Хәбир ағай казачествоның ҡарттар Советы рәйесе, йәмғиәт үҙ ағзаларына звание ла бирә – Хәбир Иҙрисов хорунжий (лейтенант), Нәжиә апай урядник (кесе сержант). 
Иҙрисовтарҙың интерент дуҫтары күп. Ҡаҙағстан, Ҡытай, Алыҫ Көнсығыш, Белоруссия һәм башҡа илдәрҙән бар улар. Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләрендә үҙҙәрен саҡырып бихисап ҡунаҡ та иткәндәр. Бразилянан яҡын дуҫтары Луис (банк аналитигы, уҡымышлы кеше) Ейәнсурала йыш ҡына ҡунаҡта ла булған, башҡорт-татар милли аштарын тәмләгән, мунса ингән, ялан-урман гиҙгән, беҙҙәге халыҡтың ябай ғына көнкүреше нескәлектәрен өйрәнгән. Данлыҡлы кофе иленән булған ҡунаҡ үҙҙәренең яратҡан спагеттийын, макаронын помидор менән ҡатнаштырып, шартына килтереп, әсе боросон, һутлы итен йәлләмәй, үҙҙәренең ерлегенә хас тәғәмдәр ҙә бешереп күрһәткән. Хәбир ағай Бразилия ҡунағына Башҡортостандың матур урындарын күрһәткән. 
Иҙрисовтар интернетһыҙ йәшәүҙе хәҙер күҙ алдына ла килтерә алмай. Әлбиттә, ауыл кешеләренә хас булған эштәрҙе лә элеккесә башҡаралар, бигерәк тә баҡсасылыҡҡа ҙур иғтибар бүләләр, Нәжиә апай төрлө-төрлө шифалы үләндәрҙе лә киптереп әҙерләүгә күңел һала. Ғаиләгә донъя шатлыҡ менән бер рәттән ҡайғы-хәсрәт биргән саҡтары ла әҙ булмаған, әммә тормош дауам итә, икеһе лә хаҡлы ялдағы был өлкән кешеләр бик йыш ҡалаларға сыға, оло халыҡ йыйындарында була, үҙҙәре лә дуҫтарына ҡунаҡсыл, аралашыуға ихластар.

Әнисә Бикташева.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей