Иңкеш үрсетегеҙ. Аҙнаһына ике генә ашай...

Бер ай эсендә лаборатория шарттарында белгестәр 300 иңкеш ғаиләһе үҫтереп бирергә әҙер.

Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгестәре эшсе иңкештәр үрсетә башлаған. Уларҙың тәүге партияһы яңы йыл алдынан йомортҡанан сыҡҡан. Хәҙер уларҙың һаны 100-гә еткән.

Тәжрибәләр үткәреү лабораторияһы мөдире Гөлдәр Сибәғәтуллина иңкештәр үрсетеү менән мәшғүл. Эш ҡатмарлы булһа ла, мауыҡтырғыс.

- Иңкештәр - ауыл хужалығы тармағында алмаштырғыһыҙ ярҙамсы, иң тырыш һәм яуаплы һеркәләндереүселәр. Тәүге иңкештәрҙе илдең төрлө төбәктәренән алып ҡайттыҡ. Ноябрҙә башланған эш күптән түгел һөҙөмтәһе менән ҡыуандырҙы. Инә иңкеш йомортҡаларынан балалары сыҡты. Был эшсе ҡорттарҙы үрсетеүҙең маҡсаты – үҫемлекселек, теплицалар менән шөғөлләнгән ауыл хужалығы предприятиеларына ярҙам итеү. Иңкештәр тырышлығы менән бал ҡорттарынан да уҙҙыра. Талымһыҙ бөжәктәр көндөң яҡтырғанын, һауа торошоноң көйләнгәнен дә көтөп тормай, эшкә сығып оса. Помидор, баклажан, борос, ҡурай еләге һәм башҡа культураларҙы һеркәләндереүҙә иңкештең әһәмиәте ҙур. Иң мөһиме - иңкештәр өсөн тәбиғи шаттар тыуҙырыу, - ти Гөлдәр Сибәғәтуллина.

Шуға ла лабораторияла йылы һәм дымлы һауа шарттары булдырылған.  Иңкештәрҙе аҙнаһына ике тапҡыр ашатыу ҙа етә. Шәкәрле һыу, сәскә һеркәһе бирәләр — тырыш бөжәктәр татлы ризыҡ ярата. Инә һәм ата ҡорттарҙың һәр-береһенең айырым бүлмәләре бар.

Тап ошо тырыш бөжәктәр ярҙамында аграрийҙар мул уңышҡа өмөт итә ала. Бынан тыш, әлеге алымдың экологик яҡтан әһәмиәтен дә билдәләп үтке килә. Химик матдәләр ҡулланмайынса, тәбиғи шарттарҙа етештереүсәнлекте арттырыу - бөгөн күпселек белгестәрҙе борсоған мәсьәлә.

Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан филиалы белгестәре беренсе иңкештәрҙе февраль-март айҙарында эшкә оҙатырға ниәтләй. Бер ай эсендә лаборатория шарттарында белгестәр 300 иңкеш ғаиләһе үҫтереп бирергә әҙер.

Автор:Лилия Нуретдинова

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей