Илһөйәрлек һәм берҙәмлек өлгөһө

Йылдан-йыл Бөйөк Ва­тан һуғышына бәйле данлы көн­­дәр, ва­ҡи­ғалар артта ҡала бара. Улар менән бергә был һуғышта ҡатнашҡан, беҙгә Еңеүҙе бүләк иткән ҡаһарман ветерандарыбыҙ ҙа һирәгәйә.
Олатайым Фәйзулла Фазыл улы Хәсәнов 1914 йылда крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Бләкәйҙән үк зиһенле малай тиҫтерҙәренән белемгә ынтылып тороуы менән айырылып тора.
Ауыл йәштәренең ойош­тороу­сыһы, мәҙәниәт хеҙ­мәт­кәре Фәй­зулла олатайым оҙаҡ­ламай ком­сомолка Сәхипъямал Ғиззәтулла ҡыҙына яусы ебәрә һәм ауылда беренселәрҙән булып “Ҡыҙыл туй” үткәрәләр.
Яҡыныбыҙ Бөйөк Ватан һу­ғышының тәүге көндәрендә үк беренселәрҙән булып Тыуған илебеҙҙе һаҡларға яуға китә. Ә өләсәйебеҙ Сәхипъямал Еңеү көнөн яҡынайтыу хаҡына ал-ял белмәй колхоз эштәрендә ҡат­наша. Көн­дөҙ ҡыр эштәрендә булһа, кисен сыра яҡтыһында фронттағыларға ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләй ҡатын-ҡыҙҙар. Бер-бер артлы ике балаһын ерләгән өләсәйебеҙ Украина яктарынан килгән ике балалы ҡатынды өйҙәренә индереп, үҙ ҡанаты аҫтына ала. Олатайымдың һәр бер хәбәрен тыны менән тартып алырҙай булып көтә. Тормош һәүетемсә генә барған көндәрҙә еләк йыйып йөрөгән балалар йүгереп килеп, өләсәйемә хәбәр еткерә. Ауыл осонда аяҡтары яралы һалдат, Сәхипъямал мине ҡабул итеп алырмы икән, тип һорарға ҡушҡан икән. Шулай итеп, ике аяғы ла ғәрип ғаилә башлығы өйөнә ҡайта.
Олатайыбыҙ ауыр физик эш башҡара алмағас, кешеләргә ҡул менән дә, һүҙ менән дә ярҙам итеп йәшәй. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа мәктәптә лаборант булып та, магазиндарға ревизия яһаусы булып та эшләй. Күрше Алайғыр ауылында байтаҡ йыл­дар комсорг вазифаһын алып бара. Ҡайҙа эшләһә лә, һәр саҡ кешеләргә кәрәкле була белә. Ҡағыҙ эштәре менән ярҙам­лашырға ла ауылдаштары гел уға мөрәжәғәт итер була.
Олатайым Фәйзулла менән өләсәйем Сәхипъямал биш балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Һәр береһенә белем биреп, тормош юлына сығаралар. Иң өлкән ике ҡыҙҙары ауыр йылдарҙа иртә вафат булалар. Өсөнсө бала булып тыуған улдары Тимербәк оҙаҡ йылдар мәктәптә физик тәрбиә дәресенән уҡыта, эшендә ҙур уңыштарға ирешә. Ә ҡыҙҙары Минира һәм Рәсимә - юғары категориялы уҡытыусылар. Баш­ҡор­тостан һәм Рәсәй Федера­цияһының атҡа­ҙанған уҡытыу­сылары исеменә лайыҡ булдылар.
Һуғыш халҡыбыҙға ҙур һынау ҡуя. Әммә көслө рухлы, илебеҙгә бар йөрәге менән тоғро булған ата-бабаларыбыҙ берҙәмлек, тырышлыҡ менән ҙур ауыр­лыҡ­тар аша был һынауҙы еңеп сыға. Улар - илһөйәрлектең, берҙәм­лектең ысын өлгөһө. Олатай-өләсәйҙәребеҙҙең ҡаһар­ман­лығы, фиҙа­кәрлеге ки­ләсәк быуындар хәтерендә мәңге һаҡланыр, тип ышанам.
Әлмира Ғилманова

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей