Ил тарихы менән бәйле ғүмер юлдары

Ибраһим ауылында тыуып үҫеп, Һәүәләй ауылында йәшәүсе Ильяс Садиҡов Республика көнө алдынан үҙенең 85 йәшлек юбилейын билдәләне. Шуныһы һөйөнөслө: ғүмер байрамын ул хәләл ефете Зилә Ғизетдин ҡыҙы менән тигеҙлектә, бәхеттә, балалар шатлығында ҡаршылай.

- Бергә йәшәүебеҙгә 60 йыл да тулып үтте. Ошо йылдар эсендә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар байтаҡ булды. Ғаиләлә ике ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Әлеге ваҡытта бәхетле олатай һәм өләсәйбеҙ. 8 ейән-ейәнсәр, 7 бүлә-бүләсәрҙең үҫкәнен күреп йәшәү – үҙе оло бәхет, - тине уҙаман шатлығы менән уртаҡлашып.
Ильяс Яҡуп улы ишле ғаиләлә тәрбиәләнә. “Ике тәҙрәле, һалам башлы өйҙә үҫтек. Барыбыҙ ҙа – малайҙар һәм ҡыҙҙар теҙелешеп, бер һикелә йоҡлай торғайныҡ”, - тип бала сағын иҫкә төшөрә ул. 13-14 йәшлек ауыл малайҙар менән бергә ул да өлкәнерәк ағайҙарға эйәреп колхоз эштәрендә ҡатнаша. Йәйге каникулдарҙа йәштәштәре менән ат һыбайлап, хатта оло үгеҙҙәр егеп иген көлтәһе ташыуҙа булышалар.
Ул башҡа йәштәштәре менән бергә 6 саҡрым алыҫлыҡтағы Бишауыл-Уңғар ауылы мәктәбенә йәйәүләп уҡырға йөрөй. Өҫкә кейергә йүнле кейем булмай, ә аяҡта – йүкәнән үрелгән сабата. Өйҙә бәрәңгенән башҡа аҙыҡ юҡ. Шуға ла ауырлыҡтар сәбәпле күптәргә уҡыуҙарын ташларға тура килә. 1954-1955 йылдарҙа ауылдаштарынан дүрт уҡыусыға ғына өлгөргәнлек аттестаты алыу бәхете тейә.
Егеттең хәрби юлды һаҡлау теләге ҙур булғас, Ҡырмыҫҡалы хәрби комис­сариаты уны Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһындағы хәрби авиация учи­лищеһына юллама бирә. Тейешле һынауҙарҙы уңышлы үтеүгә ҡарамаҫтан, медицина тикшереүенең талабы ҡат­марлы була, һәм егеткә кире тыуған яҡтарына ҡайтырға тура килә. Хыялы тормошҡа ашмағас, бик борсола. Шул йылдың көҙөндә инде әрме сафына алына. Диңгеҙ флотына эләгә ул. Матрос хеҙмәте тамамланғас, тыуған Фрунзе исемендәге колхоз идараһының юлламаһы буйынса Ляхов һөнәри училищеһында киң профилле механизатор һөнәрен үҙ­ләштерә. Бында уҡығанда уның ойош­тороу һәләтен күреп, комсомол комитеты етәксеһе итеп һайлап ҡуялар. Уҡыу тамамланғас, тыуған еренә әйләнеп ҡайтып, бер нисә йыл тракторсы һәм комбайнсы булып эшләй. Белем эстәргә ынтылған егет Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына уҡырға инә. Тәүге курсты тамамлағас, ул колхоздың партия ойошмаһы етәксеһе итеп һайлана. Ошо сәбәпле уҡыуын ситтән тороп дауам итергә тура килә. Бында идеяларға бай егет халҡы өсөн янып хеҙмәт итә.
Яңы ерҙәрҙе күреү теләге менән 1975 йылда ғаиләһе менән Иглин районының “Алаторка” совхозына күсенә. Бында тәүҙә баш агроном, артабан партия ойошмаһы секретары эштәрен башҡара. Баҫыусылыҡ, малсылыҡ, һөт һауыу, умартасылыҡ буйынса ул эшләгән хужалыҡ алдынғылар рәтендә була. “Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, тыуған республикам өсөн тырышып хеҙмәт иттем”, - ти ул. Ә Зилә Ғизетдин ҡыҙы баҫыуҙарҙа сөгөлдөр, йәшелсә үҫтерә һәм ырҙын табағына келәт мөдире була.
Әлеге көндә Садиҡовтар ғаиләһе күркәм йорттарында ғүмер кисерә. Йәштәрҙекенә биргеһеҙ һаулығы булған Ильяс Яҡуп улы бер ҙә тик торорға яратмай: һыйыр ҡарай, үҙе бесән әҙерләй, сәләмәт тормош рәүеше алып барып, ҡыштарын саңғыла йөрөй, ошо көндәрҙә ВАЗ-2107 машинаһын өр-яңыға – “Лада Гранта”ға алмаштырырға ниәтләй. Иң мөһиме тормош юлдашы Зилә Ғизетдин ҡыҙы менән ғүмер көҙөндә бер-береһенә булған ихтирамлы хистәрҙе юғалтмай, һәр көндөң ҡәҙерен белеп, татыулыҡта, тыныслыҡта ғүмер кисерәләр.
Фәниә Сәлимгәрәева.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей