Ил инәһе Миңнира

Бәпескә 6 ай булғанда һуғыш башлана. Атаһын тәүге көндә үк һуғышҡа алалар. Әсәһе иртәнән кискә тиклем эштә, әл дә ҡыҙын ҡарарға 13 йәшлек һылыуы Рауза күрше ауылдан килә. Ике-өс йәштә генә булһа ла, һыйыр ҡаршы алған мәлдәрҙе, быҙауҙарын баҫыу ҡарауылсы бабайҙан илап һорап алып ҡалғандарын яҡшы хәтерләй. Атаһының яуға китеүҙән бер генә хаты килә лә, хәбәрһеҙ юғала.Ҡаршы өйҙә йәшәгән олатаһы кереп хәл белеп йөрөй. Миңнира олатаһынан 3-4 йәшендә генә намаҙ уҡырға өйрәнеп, атаһының һуғыштан ҡайтыуын теләй. Иртәнге намаҙҙың ҡабул булыуын олатаһы әйткәндер. Һуғыш бөтөп, алты ай үтеүгә , атаһы ҡайтып инә. Шул ваҡыттан алып, Миңнира Аллаһы тәғәләнең ҡөҙрәтенә ышана.

Йәштән нимәгә тотонһа, шуны эшләгән Миңнира күп йылдар “Алтын башаҡ” ял йортонда, Нөгөш буйында профилакторийҙа хужалыҡ мөдире, келәт мөдире була. Тегенгә, бәйләүгә, аш-һыуға оҫта, тырыш әхирәтем тормош юлындағы бар ауырлыҡтарҙы еңеп сыға. Ике ул һәм ҡыҙ үҫтергән Миңнира, бүлә-бүләсәләренә ҡыуанып, балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй. Гөрләтеп баҡса үҫтерә, баҡсаһында ниҙәр генә юҡ уның: ул алма , ҡарағат, виноград, крыжовник ҡыуаҡтарының бер нисә төрө тиһеңме, еләк, ҡара бөрлөгәндәре өҙөлөп төшөрҙәй булып ултыра. Баҡсаһының йәме булып әллә ҡайҙан балан ҡыуағы күренә. Иртә йәйҙән уның теплицаһында ҡыяр, помидор өлгөрә.

Йылдар үтеп, хаҡлы ялда булһа ла, намаҙын ҡалдырмай, Мәләүездең мәҙрәсәһендә уҡып сыға. Ғәрәп хәрефтәрен үҙләштерә, аяттар үткәрә. Килгән көнгә шөкөр итеп, барына ла риза булып йәшәй ил инәһе.

Г.  ҠУСМАЕВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей