Икмәк тураһында һәм уның хаҡында ғына ла түгел...

“Иҫеңдә тот, улым,

Алтын һүҙҙәрҙе:

Икмәк – барыһына ла баш...”

Класс сәғәттәрендә икмәктең ҡәҙере хаҡында һөйләгән, игенселәрҙең изге хеҙмәтенә бағышлап ҙур саралар үткәрелгән замандар артта ҡалды. Бер нисә фермерҙың эшен иҫәпкә алмағанда, иген баҫыуҙарын айҡап бихисап комбайндар йөрөмәй, ер тырматып, бойҙай майҙандарын иңләүсе иҫәпһеҙ тракторҙар геүләүе ишетелмәй.

Аллаға шөкөр, өҫтәлебеҙҙә икмәк бар, магазиндарҙа иһә уның ниндәй генә төрҙәре юҡ: ҡаластары ла, торттары ла, бәлештәре лә. Моғайын, минең менән килешерһегеҙ – нимәлер ашамайынса йөрөп була,  әммә икмәкһеҙ йәшәп булмай. Икмәк – борон-борондан бөтөн нәмәнең башы, нигеҙе. Әсәй-өләсәйҙәр һөйләүе буйынса, һуғыш ваҡытында улар бик ҡыйбатлы әйберҙәрен бер ашарлыҡ икмәккә алыштырғандар. Күптән түгел Сириялағы балаларҙың беҙҙең хәрбиҙәр ҡулынан алған әпәкәйҙе нисек итеп шатланып күкрәгенә ҡыҫҡандарын күргәндә,  йөрәктәре һыҙламаған кеше булмағандыр.

Бәхеткә күрә, миңә Һынташ ауылында бик үҙенсәлекле тормош дәресендә (рәсми телдәге “сара” һүҙен ҡулланғы килмәй!) булырға тура килде. Фәриғә еңгәй Дәүләтсуринаның өйөндә тормош тәжрибәһе туплаған өлкән апайҙар-инәйҙәр менән мәктәп йәшендәге балалар йыйылғайны. Өй шарттарында, аңлайышлы ябай һүҙҙәр менән улар уҡыусыларға икмәк, нисек кенә етеш йәшәгәндә лә уны һаҡлау, ҡәҙерләү  тураһында һөйләне. Унан балалар икмәк тураһында шиғырҙар ятланы, йырланы, бейене, йомаҡтар систе. Осрашыу һуңында Әлфиә Иҫәндәүләтов “Яҙмыш” йырын йырлап ишеттерҙе. Унда шундай һүҙҙәр бар:

“Эй, яҙмыш, яҙмыш, ташлама ситкә,

Айырма мине Тыуған илемдән,

Ҡара икмәгем, һөтлө сәйемдән...”

Әңгәмәләшеү сәй табыны янында ла дауам итте. Иң тәүҙә барыһы ла бойҙай бутҡаһынан ауыҙ иттеләр. Һәм, әлбиттә, өҫтәлдең иң түрендә Икмәк Ғали йәнәптәре урын алғайны: бойҙайҙан, арыштан бешерелгәне лә, сөсө күмәстәр ҙә, көнсығыш ләүәше лә бар ине. Сәй эскәс, балалар күтәренке кәйеф менән урамға уйнарға сыҡтылар.

Уҡыусылар өсөн ошондай матур һәм фәһемле һөйләшеү ойошторған ҡатындар кемдәр һуң?

Дүрт бала үҫтереп, аяҡҡа баҫтырған, элекке “Юлдыбай” совхозының алдынғы һауынсыһы, хәҙер хаҡлы ялдағы Шәүрә Аҡҡужина. Уның яҙмышын Фирҙәүес Мараҡанова ҡабатлай. Уның да инде ҙурайған дүрт балаһы бар, бөтә яҙмышы совхоз эше менән бәйле. Наградалар, ҡиммәтле бүләктәр эйәһе, хаҡлы ялда. Лена Ғәлиуллина бер нисә йыл элек ғаиләһе менән Новотроицк ҡалаһынан күсеп килде. Ире ғүмер буйы ауылда йәшәргә хыялланған. Бөтә аңлы тормошон ҡалала үткәргән ҡатын тәүге йылда ҡаланы һағынып илап үткәрә. Ләкин Һынташ кеүек хозур төбәкте яратмау мөмкинме һуң?! Әле йәй һайын балалары, ейәндәре килеп ял итә бында. Юлдыбай агроинженерия колледжында вахтер булып эшләүсе Зилә Арыҫланбаева ла күп балалы әсә. Ағас тамырҙарынан, ҡабырсаҡтарҙан, таштарҙан бына тигән сувенирҙар эшләүсе оҫта ҡуллы ҡатын ул. Ниндәй генә кимәлдәге күргәҙмәләрҙә лә уның эштәре лайыҡлы урын аласаҡ. Әлфиә Иҫәндәүләтованы иһә мин клубта эшләгән сағымдан беләм, яҡындан аралашырға тура килде. Ул әсәй һәм ике ейәнгә өләсәй. Ипле, тыйнаҡ ҡына Әлфиәнең тауышы хайран ҡалырлыҡ! Заманса һәм халыҡ йырҙарын ул берҙәй оҫталыҡ менән башҡара. Бәләкәй балаһы менән байрамға килгән Лилиә Яманғолованың миңә алсаҡлығы, балалар менән һөйләшә белеүе оҡшаны. Үкенескә күрә, ишле балалы, йөҙө менән генә түгел, күңеле менән дә матур ҡатын Зәкиә Сәфәрова була алманы. Ләүәштәрҙе лә ул бешергән ине.

Ә бына уларҙың барыһын да ҡуҙғытып, ойоштороп алып йөрөүсе, тыныс ҡына “ҡартайырға” форсат бирмәүсе Фәриғә Шәмсетдин ҡыҙы Дәүләтсурина. Ул ҡул ҡаушырып ултыра торған кеше түгел. Бөтөн нәмәгә лә өлгөрә. Бына кесаҙна көнө ул Юлдыбайға баҙарға килә, йәһәт кенә баҙарҙы урап сыға. Шул арала таныштарын йылмайып, сәләмләп, кәрәкле әйберен йөкмәй ҙә, йәйәүләп Һынташҡа ҡайтырға сыға. Һирәк кенә үткенсе транспортҡа ултыра ул. Унда бер ниндәй ҙә эрелек, тәкәбберлек юҡ. Ире пионер лагеры директоры саҡта, кәрәк булһа, плитә артына ла торҙо, ҡашығаяҡ та йыуҙы, техничкалар таҙартып өлгөрә алмаһа, бәҙрәфтәрҙе таҙаларға ла тартынып торманы. Ире ауыл биләмәһе башлығы булып эшләгәндә лә ул Юлдыбайға йәйәүләп йөрөүен ташламаны. Буштан бушҡа тормош иптәшен борсоу уның холҡонда түгел. Шаяртып әйткәндә, “беренсе леди”ның тажын ул кейеп тә ҡараманы!

Уның өйөндә һәр ваҡыт идеаль таҙалыҡ хөкөм һөрә. Яҙҙан көҙгәсә ихатаһында сәскәләр хуш еҫ бөркә. Ә арка рәүешендәге үрмәгөлдәрҙән төҙөлгән коридор үҙе генә ни тора!

Күп кешеләргә Фәриғә еңгәй кәңәш менән ярҙам итә, яңылыш аҙымдарҙан ҡурсалай. Шул уҡ ваҡытта ул бындай ваҡиғаларҙан шоу эшләмәй, ситтәргә белдермәй. Уға ышанып, серҙәрен сисәләр, сөнки уның күңел һандығының сит-ят өсөн асылмаҫын беләләр. Ул кешенең һыҙланыуҙарын, борсоған мәсьәләләрен шул һандығына һала һәм бикләп ҡуя. Был турала башҡалар белергә тейеш түгел. Был Фәриғә Дәүләтсуринаның портреты. Ысын мәғәнәһендәге Ағинәйҙең портреты.

Ике улын – бәғер итен ерләп, үҙе мәкерле сир ҡосағынан арынып, һөйөклө ирен юғалтыу ҡайғыһын кисереп, ул башҡа кешеләргә ҡарағанда тормоштоң, йәшәүҙең ҡәҙерен нығыраҡ белә. Һәм ике кеше өсөн дә йәшәргә тырыша. Ә өйөндә һаман да тормош иптәше иҫән саҡтағыса – бер нәмәне лә үҙгәртмәгән, нимәнелер күсерер, шылдырыр өсөн ҡулы бармай.

Бына камин. Фәйзулла ағай уның алдында пледҡа төрөнөп, хыялланып ултырырға яратҡан. Бына фотоальбом. Ундағы фотоһүрәттәргә ҡарап, ғаилә тарихын белергә була. Ҡыҙыҡлы яҙмалар, фотоларҙың үҙенсәлекле урынлаштырылыуы иғтибарҙы йәлеп итә. Был йорт хужаһының стиле. Һәр эшкә Шәмсетдин Фазлетдин улы ижади ҡараған. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ул һәр эштең новаторы – яңылыҡ индереүсеһе булған. Уға ышаныслы тыл булып, бөтөн башланғыстарын хуплап-йөпләп, яңы эштәргә илһамландырған уның хәләл ефете,  ғүмерлек мөхәббәте – бәләкәй генә буйлы, көслө характерлы Фәриғә еңгәй. Уның ҡатыны, уның музаһы. Бойҙай төҫөндәге һарғылт сәстәре өсөнмө, әллә шул ҡәҙәр йөрәгенә яҡын булғанғамы, тормош юлдашы уны “минең алтыным” тип йөрөтөр булған.

Стеналағы ҙурайтылған фоторәсемдән тыныс ҡына ҡарай ул. Үҙенең өйө өсөн тыныс: Фәриғәһе булғанда йорт усағы һүнмәҫ. Үҙҙәренең ғаиләһе менән ҡыҙы һәм улы килер. Һәм ейән-ейәнсәрҙәренең шат көлөшөүҙәре менән өй тулыр.

Йөрәгендәге һүнмәҫ уты менән ауылдаштарын да тоҡандыра белә Фәриғә Шәмсетдин ҡыҙы. Ауылда клуб булмауы ла һиҙелмәй, бөтә мәҙәни саралар ҙа уның етәкселегендәге ҡатын-ҡыҙҙар иңендә ята. Барлыҡ байрамдар ҙа киң ҡолас менән үтә Һынташта: “Әсәйҙәр көнө”, “Оло йәштәгеләр көнө”... Еңеү көнөндә үҙҙәренең “Үлемһеҙ полк” акцияһы менән ҡатнашалар. Һәм инде киренән тергеҙелгән “Ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе” кеүек йола байрамдары үткәрелә. Хәҙерге интернет заманында кешеләр, балалар бигерәк тә тәбиғәт ҡосағына, йәнле аралашыуға һыуһаған.

Ә инде ҡышҡы оҙон кистәрҙә гүзәл зат берәйһенең өйөнә йыйылышып, сигеү, бәйләү, тегеү менән мәшғүл. Фәриғә еңгәйҙә мин бер төргәк нағышлап сигелгән таҫтамалдар күрҙем – балаларына һәм ейәндәренә бүләк. “Афарин!” – тип әйтеү генә аҙ. Был мөләйем ҡатындар ҙур ихтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ.

...Ҡунаҡсыл йорттан мин кискә ҡарай ғына ҡайтырға сыҡтым. Тынғыһыҙ көндән һуң һәр ғаилә киске аш өҫтәле артына, йә телевизор, йә компьютер алдына ял итергә йыйыла торғандыр. Эстән генә мине ошондай матур, саф күңелле кешеләр менән осраштырған көнгә рәхмәт әйттем. Ныҡлы һаулыҡ һәм бәхетле оҙон ғүмер һеҙгә, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар. Аллаһ бойорһа, балалар күңеленә һеҙ сәскән изгелек орлоҡтары ҡасан да булһа берәй ваҡыт һәйбәт шытым бирер тип ышанам.

Мәҙинә АЙСАУЫТОВА.

Юлдыбай ауылы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей