Икмәк булһа, йыр ҙа булыр...

Район үҙәгенән килгән хөрмәтле ҡунаҡтарҙы, ошо төбәк уҡытыусыларын һәм уҡыусыларын Сиҙәм ауылы янында ҡаршыланылар. Зил автомашинаһына тейәлгән егет-ҡыҙҙар 65 йыл элек сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштерергә килеп, ҡола яланда эш башлаған совет йәштәрен һынландырҙы.

...Бөйөк Ватан һуғышынан һуң емерек ауылдарҙы, хужалыҡтарҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тергеҙә. Әммә иген етештереү халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндермәй. 1954 йылда был ауыр хәлдән сығыу маҡсатында КПСС-тың Үҙәк Комитетының февраль пленумында Ҡаҙағстан, Себер, Алыҫ Көнсығыш, Көньяҡ Уралда сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү тураһындағы ҡарар ҡабул ителә. Шул уҡ көндә Мәскәүҙән үҙ теләге менән сиҙәмгә китеүсе тәүге комсомолецтар юлға сыға. Вагондар «Яңы ерҙәргә, әйҙәгеҙ, беҙҙең менән!» тигән плакаттар менән биҙәлә. Ауыл хужалығы культураларын сәсеүгә яраҡлы буш ер майҙандары Әбйәлилдә лә күп була. Бесән әҙерләүселәр барлыҡҡа килтергән «Тагилстрой» ауылында ғына 20 мең гектар сиҙәм иҫәпләнә. Тап ошо ерҙәрҙә данлыҡлы «Урал» совхозына нигеҙ һалына. Комсомолец йәштәр шау-гөр килеп эш башлай, совхозды һуңынан легендар шәхескә әйләнәсәк Иван Митяев атлы егет етәкләй. Тимер юлынан төрлө техника, орлоҡ, тоҡомло мал ҡабул итәләр. Тәүге яҙҙа уҡ механизаторҙар 17 мең гектар ерҙе һөрөп, уның 6,5 мең гектар иген сәсә. Көҙгә 24731 центнер уңыш йыйып алалар. Уҡыу йылына ете йыллыҡ мәктәп сафҡа индерелә, ә башланғыс мәктәпте өлгөртмәйҙәр, палаткала уҡыйҙар. Ҡыш башланыуға тиклем щиттан өйҙәр, ятаҡхана төҙөлә, пекарня, контора эшләнә.  Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүҙең тәүге биш йыллыҡ йомғаҡтары буйынса «Урал» совхозын күтәреүҙә фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәткән 30 кеше Ленин ордены, 37 намыҫлы эшсе Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ һәм Почет билдәһе ордендары менән бүләкләнә. Тракторсылар Вафир Тайсин менән Сафа Истамғәлин Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була. Хеҙмәт алдынғылары  Рәзих Ғабдрахманов, Миңлебай Хәмитов, Фәрит Яҡупов, Александр Мальцев, Григорий Грицай, Отто Шмидт көнө-төнө баҫыуҙа эшләй. Юғары күрһәткестәре өсөн «Урал» совхозы төрлө наградалар менән билдәләнә, миллионер дәрәжәһенә күтәрелә. Халыҡтар дуҫлығы ордены бирелә. Комсомол путевкаһы менән килеп, сиҙәм ерҙәрҙе күтәргән, үҙҙәренең энтузиазмы, тырышлығы менән совет халҡын икмәккә туйындырған йәштәр — хәҙер сал сәсле ветерандар. Йомабикә Истамғәлина, Мәсҡүдә Хәмитова, Мәрйәм Ильясова, Александр Казанцев, Шәфҡәт Кәшәфетдинов, Сәүиә Ҡустыбаева, Баязит Ильясов, Хәспиямал Утарбаева, Хәсән Әхмәтов, Сафия Иманғолова, Мөхәррәм Өмөтбаев, Зәйтүнә Ғабдрахманова, Нюся Ҡунафина, Шәйәхмәт Сабитов, Дамира Кашафетдинова, Борис Филатов һ.б.

Ҡола яланда хеҙмәт батырлығы күрһәтеүселәрҙең даны үлемһеҙ. Сиҙәмселәр нигеҙ һалған ауылда күп урамдар алдынғы механизаторҙарҙың, етәкселәрҙең исемдәрен йөрөтөүе ҡыуаныслы. Уҡыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн Сиҙәм урта мәктәбе уҡытыусыһы Салауат Рәжәпов экскурсия яһаны. Ул совхоз эшселәре өсөн төҙөлгән тәүге йорттар,  атаҡлы механизаторҙар ғүмер иткән өйҙәрҙе күрһәтте.  Ауыл осондағы бейек түбәлә урынлашҡан Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә ҡуйылған обелискыла ил тыныслығы өсөн көрәшкәндәрҙе бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар. Белем усағы алдында сиҙәмселәрҙең нисек көн итеүен күрһәтергә тырышҡандар: палаткалар, ялан кухняһы, шул ваҡыттағы техника ҡуйылған ине.

Сиҙәм мәктәбе фойеһында Хәлил, Ишбулды, Үрге Әбдрәш, Әбделмәмбәт коллективтары әҙерләгән күргәҙмә сиҙәмселәр тормошон сағылдырҙы. Хеҙмәт ветерандары фотостендтар янында йәштәштәрен, үҙҙәрен танып хәтирәләргә бирелде.

Эштә генә алдынғы түгел, йыр-моңға ла маһир сиҙәмдәр матур концерт номерҙары бүләк итте. Район Советы депутаты Рәсүл Шөғүров, тыуған яҡты өйрәнеүсе Мират Бикмәтов данлы осорҙо иҫкә алды. Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Иҙрис Батыршин совхоз тарҡалғандан һуң хакимиәттә һаҡланған Халыҡтар дуҫлығы ордены, грамотаһы һәм байрағын мәктәпкә тапшырҙы. Белем усағы үҙенең 65 йыллыҡ юбилейына иҫтәлекле бүләк алды.

Сиҙәм күтәреүҙең уртаһында ҡайнап йөрөгән, шул ваҡиғаларҙың шаһиты булғандар алыҫ йәшлек йылдарын һағынып һөйләне.

— Йәш кенә комсомолецтарҙың, төрлө милләт кешеләренең төрлө яҡтарҙан йыйылып, уртаҡ эш өсөн яныуын, ил ҡушҡан бурысты үтәү өсөн тырышыуын үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Улар сиҙәмде күтәрҙе, ә сиҙәм уларҙы. 1956 йылда мул уңыш алдыҡ, шунда беренсе мәртәбә икмәккә туйындыҡ, —  тип күҙ йәштәре аша хәтерләне ул йылдарҙы хеҙмәт ветераны Марс Заманов. — Халыҡ күңел биреп эшләне. Совхоз гөрләп торҙо: күпме техника, мал, сәсеүлектәр бар ине, икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарҙа иген ишелеп уңды. Бер көн килеп шуның юҡҡа сығыуы беҙҙең быуын өсөн бик ауыр булды.

Тәүге сиҙәмселәрҙең береһе 85 йәшлек Мәрйәм Ильясова ла ырҙын табағында эшләгән осорон, һәр кем үҙ урынында хеҙмәт батырлығы күрһәтеүен иҫкә алды.

Социалистик Хеҙмәт Геройы Сафа Истамғәлиндың ҡыҙы Әсмә апай атаһы тураһында һөйләне.

— Атайым тырыш, эш һөйөүсән булды. Иртә менән баҫыуға сығып китә, төн уртаһында ғына ҡайта. Беҙ алты бала үҫтек, уны өйҙә күрмәнек тиһәм дә дөрөҫ. Әсәйем фуражир булды. Үҫә төшкәс, атайым беҙҙе үҙе менән алды, трактор, комбайн йөрөтөргә өйрәндек, — тине Әсмә Сафа ҡыҙы. — Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ирҙәр менән бер рәттән эшләне. Уларҙың тырыш хеҙмәте онотолмаһын ине. Сиҙәмселәр араһында күптәре фронтовиктар. Әле мин мәғлүмәттәр, фотолар йыя башланым. Щиттан төҙөлгән йорттарҙың береһен музей итергә тигән тәҡдимем бар.

Төрлө тарафтарҙан йыйылған йәштәр яҙмыштарын ошонда таба, ғаилә ҡора. Сиҙәм ерендә тыуған тәүге балаларҙың береһе, алдынғы механизатор Фәрит Яҡуповтың улы Флүр ағай хәтирәләре менән уртаҡлашты.

— Минең атайым Благовар, әсәйем Ауырғазы районынан. Комсомол путевкаһы буйынса килеп, сиҙәм күтәреүҙә танышҡандар. Атайым Вафир Тайсин менән эшләгән. Әсәйем прицепщик булды. Ул заманда сәм, дәрт көслө булды, кешеләр, звенолар бер-береһе менән ярышты. Өлгөрмәһәләр, төнөн дә яландан ҡайтмай, фар яҡтыһында эшләнеләр. Мин дә бураҙна өҫтөндә тыуғанмын. Атайымдың күрһәткестәре юғары булды һәм ул төрлө наградаларға лайыҡ. Уның хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу: «Урал» совхозына эшкә ҡабул итеү һәм хаҡлы ялға сығыу тураһында. Беҙҙең ата-әсәйҙәр көсө, тире менән төҙөлгән нәмәләрҙең юҡҡа сығыуын күреү бик аяныс. Йәш быуын уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәтен онотмаһын, белһен өсөн беҙ был хаҡта һөйләргә, яҙып ҡалдырырға тейеш, — тине Флүр Фәрит улы.

Сиҙәм урта мәктәбе директоры Шәүрә Әхмәтҡужина фәһемле, йөкмәткеле эстафета ойоштороусыларға, бай күргәҙмә өсөн Хәлил, Ишбулды, Әбдрәш, Әбделмәмбәт мәктәбенә, сараны матур итеп үткәргән  үҙенең коллективына  рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Шәүрә Ильяс ҡыҙы республиканың 100 йыллығына арналған тарихи эстафетаның күсмә кубогын Байым урта мәктәбе директоры урынбаҫары Рәйлә Собханғоловаға тапшырҙы.

Д. САФИУЛЛИНА, "Осҡон" газетаһы корреспонденты

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей