Икенсе еңеүселәр билдәләнде

Ошо көндәрҙә Мәсетле районында 2020 йылғы ураҡта юғары һөҙөмтәләргә ирешкән иген йыйыу комбайндары, үҙйөрөшлө сапҡыстар операторҙары, йөк автомобилдәре водителдәре, туңға һөрөү механизаторҙары, шулай уҡ белем биреү учреждениелары студенттары араһында барған конкурстың икенсе еңеүселәрен бүләкләнеләр.

Иген урыу комбайндарында еңеүселәрҙе техника төрөнә ҡарап өс номинацияла билдәләнеләр:
1) беренсе урында – “Аҡтау” йәмғиәтенән Дмитрий Петкин (ул 554 гектарҙан 1100 тонна иген һуғып алған); икенсе урында – шул уҡ хужалыҡтан Марсель Әҙиуллин (490 гектарҙан 980 тонна).
2) еңеүсе – Рафиҡ Зөфәров (“Аҡтау”, 411 гектарҙан 822 тонна); икенсе урында – Салауат Латипов (“Йондоҙ”, 298 гектарҙан 448 тонна); өсөнсө – Александр Берсенев (“Ленинский”, 189 гектарҙан 378 тонна).
3) беренсе урында – Азамат Хәлилов (“Йондоҙ”, 182 гектарҙан 274 тонна); икенсе урында – Илдар Мөхәмәтйәнов (“Йондоҙ”, 174 гектарҙан 261 тонна); өсөнсө урында – Александр Крашенинников (“Ленинский”, 164 гектарҙан 243 тонна).
Ерҙе туңға һөрөүселәр араһында “Йондоҙ” йәмғиәте механизаторы Радик Хәмиҙуллинға (165 гектар ер һөргән) етеүсе булманы.
Йөк автомобилдәре водителдәре араһында беренсе урынды Зифат Ғиниәтов (“Аҡтау”, 61450 т/км) алды. Икенсе урында – Александр Ярушин (“Ленинский”, 9795 т/км), өсөнсө – Вәғиз Шафиҡов (“Йондоҙ”, 4650 т/км).

Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге хәбәр итеүенсә, 10 сентябргә ҡарата район хужалыҡтарында урып-йыйыу эштәре 75,3 процентҡа үтәлгән. 17106 гектар ер сабылған, 275544 центнер иген һуғылған. Уңдырышлылыҡ гектарынан 16,1 центнер тәшкил итә.
Иген культураларын йыйыу буйынса эштәрҙе “Йондоҙ” йәмғиәте һәм “Зиялтдинов” крәҫтиән-фермер хужалығы тамамланы. “Аҡтау” йәмғиәте (80,1%) һәм “Попов” крәҫтиән-фермер хужалығы (80,9%) финишҡа яҡынлаша.

Автор: Наркес Халиуллина

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей