Иглин районында уңыш ваҡытында йыйып алынасаҡ

Башҡортостандың 15 районында ғәҙәттән тыш хәл режимы инделерде. Был турала бойороҡҡа Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы. Исемлектә Әлшәй, Баймаҡ, Белорет, Бишбүләк, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Хәйбулла һәм Шишмә райондары бар.

Был төбәктәр ҡоролоҡҡа һәм ҡыуан елгә бәйле зыян кисергән. Әлеге ваҡытта тармаҡ белгестәре юғалтыуҙар күләмен баһалай. Документтар күрелгән зыянды өлөшләтә ҡаплатыу өсөн илдең ауыл хужалығы министрлығына тапшырыласаҡ. Ә бына Иглин районы баҫыуҙарына ҡоролоҡ ҡағылмай. Әлегә иген культуралары яҡынса мең ярым гектар биләмәлә йыйып алынған, был дөйөм майҙандың 11 процентын тәшкил итә. Ужым бойҙайының гектар ҡеүәте 21 центнер булһа, арпаныҡы уртаса ҡырҡ центнер. Һауа торошо тотороҡло булғанда, урып-йыйыу эштәре ун дүрт көндә тамамланыр, тип көтөлә. Районда ҡеүәтле техника етерлек, ике тиҫтәгә яҡын комбайн эшләй.

Миңлеәхмәт Хәлитов, Иглин районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге баш агрономы: «Районда иген культуралары 13 меңдән ашыу гектар майҙанда сәселгән, улар араһында ужым бойҙайы - 2200 гектар. Урып-йыйыу эштәре районда икенсе көн генә бара».

"Агро-яҙ" хужалығы быйыл тәүге тапҡыр гәрсис сәскән. Был культура 500 гектар майҙанды биләй. Урып-йыйыу эштәренә килгәндә, баҫыуҙа ҡеүәтле техника етерлек, механизаторҙар Ҡырмыҫҡалы районы МТС-нан йәлеп ителгән.

Шамил Рәхимов, механизатор: «Хужалыҡта икенсе йыл эшләйем. Һауа торошо яҡшы булһа, ваҡытында эштәрҙе теүәлләрбеҙ тип уйлайым».

https://bash.news/news/78735_bashortostandy_15_rajonynda_ttn_tysh_xl_rezhimy_inderelde?lang=bash

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей