Игенсе уның һөнәре

Башҡортостан үҙенең халҡын,батыр йөрәкле,эшкә уңған ул-ҡыҙҙарын юғары баһалай. “Кеше эше менән данлы “тигән халыҡ мәҡәле Трушин ауылында йәшәүсе Ирек Әлмөхәмәтовҡа тура килеп тора. Ирек Сәхиулла улының эш стажы 40 йылдан ашып киткән. Ленин исемендәге, Карл Маркс исемендәге колхоздарҙа, артабан ”Аҡбуҙат” ЯСЙ-һында иң тәжрибәле механизаторҙарҙың береһе булараҡ таныулы ул. 
Ирек Әлмөхәмәтов Бикбау һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Мораҡ ауыл хужалығы училищеһының механизаторҙар курсында уҡый. Ленин исемендәге колхозда МТЗ-50 « Беларусь » тракторында эш башлай. Йылдар үтә,тормош дауам итә. Коллектив хужалыҡтар тарҡала, бүлгеләнә. Әммә Ирек Сәхиулла улы үҙ һөнәренә тоғро ҡала.Хеҙмәт хаҡы түләнмәгән ваҡыттарҙа ла тракторҙа эшләүен ташламай,оҙон аҡса артынан ситкә сығып китмәй. 
Ябай игенсенең хеҙмәте юғары баһаланған.Хужалыҡ, район етәкселеге күп маҡтау ҡағыҙҙарына, 2009 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенән “Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалына, Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының маҡтау грамотаһына лайыҡ булған. 
Ирек Әлмөхәмәтов тырыш ғаилә башлығы ла.Ҡатынына,ҡыҙҙарына,ейән-ейәнсәрҙәренә ныҡлы терәк. 

Әнисә Бикташева.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей