«Һыйыр һатып алыусы»

Компьютер технологияларының ныҡ үҫешеүе хəҙер шуға килтерҙе: берəй əйберҙе һатҡанда уның хужаһының булыуы мотлаҡ түгел. Шул арҡала һəр төрлө мутлыҡ ҡылыуҙарға ла иркен юлдар асылды. Бына һиңə интернет, бына һиңə пластик карталар, онлайн-күсереүҙəр. Күмертауҙағы шəхси йортонда мал тотоусы ҡатын һыйырын һатыу хаҡында гəзиткə иғлан бирə. Быны уҡыған бер ир əлеге ҡатынға һауын һыйыры һатып алырға телəүе хаҡында телефондан шылтырата. Хаҡын һөйлəшəлəр. Шунан был ир ҡатынға аҡса күсереү өсөн банк картаһы мəғлүмəттəре кəрəклеген əйтə. Бының өсөн ул ҡатынға яҡындағы банкоматҡа килергə ҡуша. Ə тегеһе, уға ышанып, банкоматҡа бара, банк картаһын банкоматҡа ҡуйып, ирҙең əйтеп тороуы буйынса операциялар эшлəй башлай. Шулай итеп ул ирҙең абонент номерына 14 000 һум аҡсаһын күсергəнен һиҙмəй ҙə ҡала. Ҡатын, алданғанын белеп, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрəжəғəт итə. «Һыйыр һатып алыусы» тотола. Уға суд була һəм 1 йыл да 8 айға төрмəгə ултыртыла.

Т. МОҠАСОВ

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей