ҺЫЙЛЫ КӨНӨҢ ҺЫЙЫРҘА
Республикала 2014 йылдан бирле адреслы социаль ярҙам программаһы эшләп килә. Ул ғаиләләргә һыйыр алыу өсөн ярҙам итеүгә йүнәлтелгән . Социаль контракт нигеҙендәге адреслы социаль ярҙам сиктәрендә районда барлығы 70 ғаилә адреслы социаль ярҙам алһа, 2019 йылда туғыҙ ғаилә һыйырлы булды.
Ошо программаға эләккән ғаиләләрҙең береһе - Иҫке Шәрәй ауылынан Регина һәм Илгиз Мөлөковтар. Илгиз Таһир улы Өфөлә “Урал мос тострой” йәмғиәтендә иретеп йә бештереүсе, Регина Ринат ҡыҙы урындағы мәктәптә уҡытыусы булып хеҙмәт итә. Йәштәр өс бала тәрбиәләй. Тәүге икәүһе мәктәп уҡыу сыһы, кеселәре алты йәштә.
- Ауылда йәшәгәс, мал тотмайынса һәм баҡса үҫтер мәйенсә булмай. Өҫтәлең һыйлы булһын, балаларың сифатлы аҙыҡ менән туҡ ланһын, тиһәң, һөтө лә, ҡорото ла, эремсеге лә, ҡаймағы ла кәрәк. Ике һыйырыбыҙ бар ине. Тик береһе ниңәлер зыянланы. Таныштар аша ошо адреслы социаль ярҙам программаһы тураһында ишетеп ҡалыу менән белештем һәм “Ғаилә” үҙәгенә документтар йыйып тап шырҙым. Бына бер йылдан һуң сират беҙгә лә етте – 50 мең һум иҫәпкә күсерелде лә, һыйыр һатып алдыҡ. Хәҙер беҙҙең ике һыйырыбыҙ булды. Малҡайҙар ғаиләбеҙҙе һөт продукцияһы менән дә тәьмин итә һәм килем дә килтерә, сөнки үҙебеҙҙән артҡанын һатабыҙ. Бала ларыбыҙҙы тәрбиәләп ҡарау өсөн матди яҡтан малдар булыуы бик кәрәк, - тип һөйләне Регина Мөлөкова.
Донъя көтөү өсөн тырышып йәшәгән Мөлөковтар ғаи ләһенә яңы һыйыр иш янына ҡуш булып, алдағы көндәрҙә лә матди яҡтан файҙа килтерһен.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.