Хәйерле сәғәттә, игенсе!
18 апреля 2022
Районда яҙғы баҫыу эштәре башланды. Тәүгеләрҙән булып"Аграрий" һәм "Башаҡ" хужалыҡтары дым ҡаплауға төштө.
"Аграрий" ЯСЙ-һы механизаторы Йәмил Ғәбитов Т-150, Айнур Фәритов МТЗ-82 тракторҙарында баҫыуҙарҙы кисәге көндән тырмата башланы.
Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов башҡа хужалыҡтарҙың ерҙең өлгөрөүенә ҡарап, был эште оҙаҡҡа һуҙмай, ошо арала башларға тәҡдим итә.
Автор:Рамиля Истанбаева