Хəйер итеп таратты

Иҫəнмеһегеҙ, “Юшатыр” гəзите хеҙмəткəрҙəре. Хатым аша, бөтə Зəк-Ишмəт ауылы халҡы исеменəн, оло рəхмəтемде белдергем килə. Тиҙҙəн изге Рамаҙан айы башлана, ошо байрамға бағышлап беҙҙең ауыл эшҡыуары Əнүəр Хəким улы Усманов оло инəйҙəргə, апайҙарға, күп балалы ғаилəлəргə ҡорбан салып, хəйер итеп таратты. Йыл һайын ошо оло байрам һəм Ҡорбан байрамы алдынан иғтибарын күрһəтеп ярҙам ҡулы һуҙа. Беҙҙе онотмай, ололарҙы ҡыуандырып, гел иҫкə алып торғаның өсөн беҙ бик ҙур рəхмəтлебеҙ һиңə, Əнүəр. Эшеңдə уңыштар, ғаилəңə ныҡлы һаулыҡ һəм шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнөп йəшəүеңде телəйбеҙ. Люциə ИШМӨХƏМƏТОВА Зəк-Ишмəт ауылы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей