Хужалыҡтарҙың яҙғы хәстәре

Йыланыш ауылында яҙғы баҫыу эштәренә арналған агрономик конференция үтте

Районда яҙғы баҫыу эштәре башланды. Хужалыҡтар ужым культураларын туҡландырыу, баҫыуҙарҙы тырматыу, ер һөрөүгә тотондо. Бер нисәүһе сәсеүгә төштө. Уларға 6,6 меңдән ашыу гектар майҙанға яҙғы культураларҙы сәсеү бурысы тора. Баҫыу эштәрен ҡулайлы агротехник мөҙҙәттә уҙғарыу өсөн ауыл хужалығы предприятиелары, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре Йыланыш ауылына кәңәшмәгә йыйылды. Агрономик конференция район етәкселеге, ауыл хужалығы идаралығы белгестәре ҡатнашлығында үтте.

Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов хужалыҡ етәкселәрен игенселек тармағындағы яңы алымдарҙы ҡулланырға саҡырҙы. “Баҫыуҙарҙы эшкәртеү технологияһы күптән алға киткән инде. Ваҡыттан артта ҡалырға ярамай, бер нисә хужалыҡ берләшеп, техниканы яңыртыуҙы уйларға кәрәк. Кооператив төҙөп, үҙегеҙ үҫтергән игенде эшкәртеп, әҙер продукция етештерергә була. Ауыл хужалығы өсөн бөгөн төрлө дәүләт программалары эшләй”, – тине ул.

Был йәһәттән Йыланыш ауылы фермерҙарында алға китеш күҙәтелә. Мәҫәлән, Артем Федоров СПУ-6 универсаль сәскесе һатып алған, яңы машина тулыһынса автоматик рәүештә эшләй һәм уның ярҙамында яҡшы һөҙөмтәгә лә ирешергә була. Шулай уҡ ул ауыл хужалығы техникаһына навигаторҙар ҡуйырға ниәт итә. Ошо яңылыҡ эш барышын күҙәтеп, сығымдарҙы контролләргә мөмкинлек бирә. Василий Брагин “Дон” маркалы комбайн алып ҡайтҡан. Ул – “Победа” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативының рәйесе, былтыр иген культураларын эшкәртеү өсөн ҡорамалдар алыуға республика гранты отҡайнылар. Был ауылда Александр Пономарев етәкселегендәге “Братья Пономаревы” агрофирмаһы ла уңышлы эшләй. Ғөмүмән, Миәшәгәр ауыл биләмәһендә ерҙәр эшкәртелә. Агроконференцияла ҡатнашыусылар менән уларҙың тәжрибә уртаҡлашырлыҡ ыңғай миҫалдары бар ине.

Район хакимиәтенең ауыл хужалығы, эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция буйынса идаралығы начальнигы Рәмил Хамматов кәңәшмәлә белдереүенсә, яҙғы баҫыу эштәрен һөҙөмтәле атҡарып сығыу өсөн аграрийҙар барлыҡ кәрәкле ресурстар менән тәьмин ителәсәк. Бөгөн Салауат районында 11 ауыл хужалығы предприятиеһының 8-е игенселек менән шөғөлләнһә, 150-нән ашыу КФХ-ның 24-е быйыл иген сәсеүҙе планлаштыра.         

Айҙар НОҒАМАНОВ.

"Йүрүҙән" гәзите.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей