Хужалыҡтарға яңы техника ҡайта. Иң мөһиме эшселәрҙең күңеле булһа, мин шунан рәхәтлек алам, - ти Владимир Погорелов.

Халҡыбыҙҙың «Атанан күргән — уҡ юнған», «Алма ағасынан алыҫ төшмәй» тигән әйтемдәре аталы-уллы Владимир һәм Юрий Погореловтарға тулыһынса ҡағыла. Яңы Украинка ауылының тәжрибәле фермеры, Владимир Погреловты, районда яҡшы беләләр.
Ул совхозда 35 йыл ат ҡараусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Љул ҡауышырып ултырырға яратмаған ир-уҙаман үҙ эшен – крәҫтиән фермерлыҡ эшен аса. Улы Юрий Владимирович та атаһының юлын һайлай һәм бөгөнгө көндә тәжрибәле фермер булараҡ билдәле. Уларҙың икеһенә ҡарата ла «ер улдары» тип әйтеү бер ҙә яҙыҡ булмаҫ.
Бар ғүмерен тиерлек иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә, һәр көнөн таңдан эңергәсә яланда үткәргән ат ҡараусыһы Владимир Погрелов 2005 йылда улы Юрий менән берлектә фермерлыҡ эшенә тотона. Был эш менән маҡсатлы шөғөлләнә башлаусылар араһында улар районда ғына түгел, республикала ла тәүгеләрҙән була. К-744, Т150 таркторҙары, сәсеү агрегаттары, «Вектор» комбайндары һатып алалар ҙа иген үҫтереүгә, мал аҙығы әҙерләүгә дәртләнеп «егеләләр».
Алдынғы фермерҙарҙың эштәре, яҙғы сәсеүгә әҙерлек кимәле тураһында белешергә барғанда, уларҙың оҫтаханаларында ҙур йәнлелек һиҙелә ине: кемдер тракторҙарҙы тикшерә, икенселәре тырма-катоктарҙы барлай, өсөнсөләре сәскестәргә һуңғы һынау үткәрә, дүртенселәре тиреҫ өйә, бишенселәре орлоҡ таҙартыу комплексын ҡуйырға ер ҡаҙа, алтынсылары иһә яңы ғына алып ҡайтҡан, ниндәйҙер бер робот ҡиәфәтле өр-яңы, заманса ҡеүәтле сәсеү комплексын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараштыра ине. Хатта ауылдың элекке механизаторҙары: «Вәт, замана алға бара, ҡайһылай шәп техника», - тип ҡарап китәләр». Ғөмүмән, бында яҙғы баҫыуға сығыр алдынан була торған ҡыҙыу эш бара. Эйе, Погореловтар хужалығы үҙ хеҙмәтендә заманса технологиялар ҡуллана, техника паркы яңыртыла. Бында уларҙың иҫәбе-һаны юҡ. «Ниндәй техника алып ҡайттылар, мин дә күҙ һалайым әле,» - тип фермер Владимирҙың ҡатыны Вера Погорелова килеп сыҡты. Унан: «Фермерҙарҙың эштәре нисек бара», - тип ҡыҙыҡһынам. «Баҫыу-ҡырҙан ҡайтып килмәйҙәр. Эштәре күп һәм ауыр. Шулай ҙа бар күңелдәрен, көстәрен һалып эшләйҙәр. Үҙем дә ситтә тороп ҡалмайым, ашхананы контролдә тотам, аҙыҡ-түлек етәрлек кимәлдә булыуын тикшерәм, ашнаҡсы менән кәңәшләшеп эш итәбеҙ. Шулай уҡ, эшселәр менән дә хәбәрләшәм. Ғөмүмән, ваҡ эште үҙ өҫтөмә алам. Ирем менән улым йыл һайын яңы техника алып ҡайта. Бер урында тапанып тормайҙар, үҫешәләр. Шуныһы ҡыуаныслы, документ эшен киленебеҙ Оксана алып бара, бухгалтер эҙләп йөрөргә кәрәкмәй. Тәүҙә үҙем булыша торған инем. Ҡағыҙ эше лә ауыр бит», - тине Вера Александровна.
- Юғары уңышҡа ирешеү өсөн ең һыҙғанып эшләргә кәрәк. Ергә бәйле эштә һауа торошона, аҡса юҡлыҡҡа зарланыу урынлы түгел. Иң мөһиме, эште урынына еткереп, яратып башҡарырға кәрәк, - тип, һүҙгә ҡушылды ғаилә башлығы Владимир Погорелов. – Эшебеҙҙең уң барыуы эшселәрҙән дә тора. Улар үҙ эштәрен яратып башҡарған кешеләр. Йыл әйләнәһенә дүрт кеше рәсми эшләй. Улар өсөн бар уңайлыҡтары булған өй, һыуытҡыс, туңдырғыс, телевизор, мунса һәм башҡалар бар. Кеше эшенән йәм табып, яратып эшләргә тейеш. Уға ғаиләһен аҫырарға, кейенергә, ваҡ-төйәк алырға кәрәк. Ә бының өсөн эш хаҡын, премия түләүҙе йәлләмәйем, шифаханаға юллама һатып алып, ял иттереп тә алам. Эшселәрҙең кәйефе яҡшы булһа, минеке лә күтәренке, - тине тәжрибәле фермер. - Йыл һайын техинка паркы яңыртыла торабыҙ, иҫкеләрен ҡулланмайбыҙ ҙа тиерлек. Үҙем күберәк малсылыҡ менән шөғөлләнергә яратам. Улым иһә игенселек йүнәлешендә хуп күрә. Хужалыҡта 2,5 гектарҙа төрлө культура – бойҙайҙың йомшаҡ һәм ҡаты сортлыһын, арпа, борсаҡ, ноҡот борсағы сәселә. Кульураларҙың һәр береһенә айырым һаҡларға келәт бар. Орлоҡто Љурған, Ырмбур өлкәләренән, «Шәйхмәтов» хужалығынан алабыҙ. Малсылыҡҡа килгәндә, 200 баш эре мал, 300-ләп һарыҡ аҫырайбыҙ. әҙләп сусҡа ла тотабыҙ. Былтырғы йыл быҙауҙарҙы һатманыҡ, мал һанын тағы ла арттырабыҙ.
Улым Юрий фермерҙарға ҡағылышлы семинарҙарға йыш йөрөй. Мәскәү, Ростов, Санкт-Петербург, Ленинград ҡалалары заводтарында булып ҡайтты. Әйткәндәй, ул Өфө дәүләт аграр университетында агрономлыҡҡа 4-се курста уҡып та йөрөй. Был бик шәп, - тине аяғында ышаныслы баҫып торған фермер.
Эйе, тырыш фермер үҙен йәиһә эшселәрен генә ҡайғыртмай, ә ауылдаштарын да ҡарай. Һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер. Быйыл иһә ауылының юлдарын төҙөкләндерергә, соҡорҙарын түшәргә иҫәпләй. База тирәһендәге юлдарына ҡырсынташ түшәлгән дә инде.
Ғаиләһе менән дә бәхетле Владимир Погорелов. Љатыны Вера менән өс балаға – ике ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк иткәндәр. Өлкән улы Александр Новотроицк ҡалаһында үҙ ғаиләһе менән йәшәй. Тау комбинатында эшләй. Отпуск ваҡытында һәр ваҡыт ҡайтып, хужалыҡта ярҙам итә. Ҡыҙҙары Татъяна Ырымбур өлкәһендә тора. Улар ҙа фермерлыҡ эшенә ныҡлап тотонғандар. Кейәүҙәре һәр ваҡыт килеп, тәжрибә уртаҡлашып тора.
- Ейән-ейәнсәрҙәрем дә хужалыҡта йәштән үк тәжрибә туплайҙар. Ѓаиләм менән бергә тыуған ерҙә хеҙмәт итеү бигерәк күңелле. Ә иң мөһиме, ейәндәрем, улдарым мин башлаған эште дауам итергә теләй, - тип тамамланы һүҙен Владимир Погорелов.
Көндәлек тормоштарынан тәм һәм йәм табып, үҙ хеҙмәтенең емештәренә ҡыуанып йәшәй бөгөн Яңы Украинка ауылы фермерҙары – аталы-уллы Погореловтар. Ошондай фермерҙар булғанда ауыл йәшәй, гөрләй, тип яҡты уйҙар менән ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.
Луиза Юлмөхәмәтова, Хәйбулла хәбәрҙәре гәзите

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей