Хужалыҡтар сәсеү кампанияһына әҙер Мул уңыш алыуға өмөт бар

Беҙҙең интервью

Хужалыҡтар сәсеү кампанияһына әҙер. Мул уңыш алыуға өмөт бар

Яҙғы баҫыу эштәре башланыуға ла күп ваҡыт ҡалманы. Район хужалыҡтарының ремонт мастерскойҙарында эш ҡайнай. Һәр йылдағыса, яҙғы баҫыу эштәре башланырҙан алда тракторҙар техник тикшереү үтә. Игенселәр алдағы йылдарҙағы кеүек сәсеү эштәренә бөтөн көсөн һалып, ихлас тотонорға иҫәпләй. Беҙ сәсеү кампанияһына әҙерлек барышы менән танышыу өсөн район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Галина Шалашова менән әңгәмә ҡорҙоҡ. - Галина Валентиновна, сәсеү кампанияһына әҙерлек нисек бара, орлоҡ менән тәьмин итеү буйынса эштәр нисек тора? - Сәсеү кампанияһына әҙерлек дәррәү бара. Былтыр ҡоролоҡ менән бәйле орлоҡ менән бер аҙ проблема булды, әлбиттә. Єммә күп кенә эре хужалыҡтарҙа ул етәрлек күләмдә бар. Бөгөн күптәр орлоҡ яңыртып, элиталы сорттар ала. Єле 500 тонна тирәһе иген, 25 тонна техник культураларҙың элиталы сортлыһы алынды. Беҙгә орлоҡтарҙы яңыртыу һәм элитаны алыу мөһим. Сөнки күп хужалыҡтарҙа улар массалы репродукциялы. Законға ярашлы, элиталы орлоҡтарға субсидия бирелә һәм уның хаҡының 40-50 проценты дәүләт тарафынан ҡаплана. Был ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн файҙалы. Тағы ла беҙгә 1000 тонна самаһы һатып алыу мөһим. Љайһы бер хужалыҡтар ҡоролоҡ буйынса ҡапланған саралар иҫәбенә алһа, бәғзе бер фермерҙар әле 5 процентлы льготалы ставкалы кредит алыу менән мәшғүл. Єлбиттә, был кредитты юллауҙа үҙ ҡатмарлыҡтары ла бар. Єммә беҙҙең бер нисә хужалыҡ банктар менән даими эшләй. Шулай уҡ орлоҡтарҙы яңыртыу өсөн башҡа саралар ҙа күрәләр. Шуға күрә сәсеү осорона ауыл хужалығы предприятиелары орлоҡтар менән 100 процент тәьмин ителәсәк. «Россельхозцентр» үткәргән анализ күрһәтеүенсә, беҙҙә 100 процент кондициялы орлоҡтар. Шуға күрә был йәһәттән проблема булмаҫ тип ышанам. - Быйыл ниндәй культуралар һәм ниндәй күләмдә сәселәсәк? - Былтыр сәскән культуралар күләмен һаҡларға планлаштырабыҙ. 85 мең гектар тирәһе яҙғы, уларҙың 75 мең гектары иген культуралары. Быйыл юғары килемле культуралар майҙанын киңәйтергә ҡарар ителде. Йәғни етен, ноҡот кеүек техник культураларға өҫтөнлөк бирелә. Шулай уҡ көнбағыш сәсәкбеҙ. Иген культураларын иһә элекке күләмдә һаҡларға тейешбеҙ. - Ауыл хужалығы техникалары сәсеүгә әҙерме, яғыулыҡ-майлау материалдары етәме? - Єле техникалар техник тикшереү үтә башланы. Быйыл 6 трактор «Башсельхозтехника»ның Шишмә филиалында яңы программа буйынса капиталь ремонтлана. Модернизациялағандан һуң тракторҙар яңы техника булып иҫәпләнәсәк һәм улар дәүләт тарафынан субсидиялана. Йәғни әгәр хужалыҡтар ҡулланыуға яраҡһыҙ, иҫке тракторҙарҙы ебәрәләр икән, улар тулыһынса яңыртыла һәм яңы техника һатып алынған кеүек субсидия бирелә. Быға тиклем беҙ был хеҙмәт менән файҙаланмағайныҡ. Быйыл тәүге кварталда өр-яңы 3 трактор, фермерҙар Рогалев һәм Сурин 2 агратор сәсеү комплексы, Зөфәр Љырымғужин сәскестәр алды. Єлеге мәлдә бөтәһе 20 миллион һумдан ашыуға яңы техника алынды. Беҙҙең фермерҙар техникалар етештереүсе заводтарға баралар – һөҙөмтә лә хужалыҡтар паркы заманса яңы техникалар менән тулылана. Фермер Илдар Иҫәнгилдиндың сәскестәрҙе ремонтлау буйынса үҙ базаһы бар. Ул техникаларҙы бер ҡайҙа ла ебәрмәй һәм тулыһынса үҙе ремонтлай һәм тергеҙә. Шулай уҡ уның башҡа хужалыҡтарға ла ремонт буйынса хеҙмәт күрһәтеү мөмкинлеге бар. Фермер С.Лоскутовтың да йылы бинаһы бар, февралдә үк техникаларҙы ремонтлауға тотондо. Техникаларын көҙҙән үк әҙерләп ҡуйған хужалыҡтар ҙа бар. Техникаларҙың әҙерлеге 90 процент тәшкил итә. 86 процент яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин ителгәнбеҙ. - Яҙғы баҫыу эштәрен ҡасан башларға уйлайһығыҙ? - Был яҙҙың нисек, иртәме йәки һуң килеүенә бәйле. Шуға күрә төрлө йылдарҙа төрлөсә була. Тырматыу, культивациялауға 25 апрелдән дә иртә төшә алмайбыҙ. Яҙғы баҫыу эштәрен май уртаһында ғына башлаған ваҡыттар ҙа булды. Бында һауа торошо төп роль уйнай. - Быйылғы уңышҡа ниндәй күҙаллауҙарығыҙ бар? -Єлбиттә, беҙ һәр саҡ яҡшы уңыш булыуын теләйбеҙ. Былай дым запасы норма сиктәрендә. Дым юҡ тип әйтеп булмай. Сөнки ғинуар һәм февраль айҙарында норма буйынса етерлек яуым-төшөм булды. Єммә көҙ ҡоролоҡ булыу сәбәпле, әле көндәр ныҡ йылытып, ҡар тиҙ ирей башлаһа, ул ергә һеңеп, дым китеү хәүефе бар. Был сәсеү өсөн продуктив булып иҫәпләнмәй. Шуға күрә уңыш алыу өсөн июндә бер-ике булһа ла ямғыр яуһа яҡшы буласаҡ. Рентабелле ауыл хужалығы производствоһы булһын өсөн гектарынан 10 центнер уңыш алыу етә. Єммә хужалыҡты үҫтереү өсөн ул әҙ. Шулай ҙа күп хужалыҡтар малсылыҡ менән шөғөлләнә һәм ул ҙур ярҙам булып тора. Йыл һайын 80-90 миллионға яңы техника алыу әҙ түгел. - Сәсеү кампанияһына әҙерлек буйынса ниндәй хужалыҡтарҙы билдәләп үтерһегеҙ? - С.Лоскутов, И.Иҫәнгилдин, Власенко, Погорелов, Шигаранов, Б.Абдуллин, З.Љырымғужин крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, «Таналыҡ» ЯСЙ-һын билдәләп үтер инем. Ѓөмүмән, бөтә хужалыҡтарҙың да әҙерлек кимәле яҡшы. - Ауыл продукцияларын етештереүселәр дәүләт ярҙамы аласаҡмы? - Эйе, беҙҙең орлоҡтарҙан тыш, техникалар, ашламалар ҙа дәүләт тарафынан субсидиялана. Ћуңғы 2-3 йыл хужалыҡтар биопрепараттарҙы киң ҡуллана башланы. Был бик яҡшы тип уйлайым, сөнки беҙ бит экологик яҡтан таҙа булған продукция өсөн көрәшәбеҙ. Тиҙҙән беҙҙең хужалыҡтар химикаттар менән түгел, ә тулыһынса биопрепараттар менән эшкәртеүгә күсер тигән ышаныстабыҙ. - Яҙҙы ниндәй кәйеф менән ҡаршы алаһығыҙ? - Єлбиттә, яҙ килеүенә ҡыуанам һәм уны оптимизм, күңел күтәренкелеге, яҡшы уңышҡа өмөт менән ҡаршы алам. Ер шарында кеше йәшәй икән, бер кемдә әле икмәк, һөт һәм итһеҙ көн итә алмай. Шуға ла беҙҙең бурыс - үҙ ваҡытында сәсергә, урып-йыйырға һәм халыҡты сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә. Єлбиттә, беҙҙең районда эшкәртеү предприятиелары юҡ, шул арҡала күптәр йонсой. Хәҙер беҙ кооперация программаһын һәр ерҙә лә пропагандалайбыҙ. Халыҡтың был программаға әүҙем ҡушылыуын теләйбеҙ. Сөнки ул, тәү сиратта, эшкәртеү предприятиеларын булдырыуға йүнәлтелгән. Ни өсөн тигәндә сеймалды етештереү генә түгел, ә эшкәртеү ҙә мөһим. Эшкәртеп һатылған продукция күпкә ҡиммәткә төшә. Тағы ла ауылдарҙа эш урындары менән тәьмин ителәсәк. - Єңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Быйылғы йыл һеҙҙе мул уңыш менән ҡыуандырыуын теләп ҡалабыҙ.

Рәзилә Байғусҡарова, Хәйбулла хәбәрҙәре гәзите.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей