Һуҙалар...

Көндəр ныҡ эҫе, ямғырһыҙ тора. Бесəн эшлəр өсөн бына тигəн һауа торошо ла... Əммə, райондың ҡайһы бер фермер хужалыҡтары һəм шулай уҡ шəхси хужалыҡтар бөтөнлəй бесəнгə төшмəгəн. Был турала райондың баш агрономы Айҙар Туйгилдин һөйлəй:

- Əлеге көндə район буйынса 4 мең гектарҙан артыҡ майҙанда бесəн сабылды. 4300 тонна бесəн əҙерлəнде, 706 тонна сенаж һалынды. Сенажды тик Киров исемендəге хужалыҡ һəм фермер Əнүəр Усманов ҡына һала башланылар. Башҡалар был эшкə тотонмай əле. Быйыл йүнлəп ямғырҙар ҙа яуманы, бесəн насар үҫте. Əле лə көндəр эҫе, көслө елдəр иҫə, былай ҙа насар ғына үлəн янып бөтөп бара.

Үлəн эҫегə лə, елгə лə кибə. Шулай булыуға ҡарамаҫтан күп фермерҙар, шəхси хужалыҡтар бесəнгə төшөүҙе һаман һуҙалар. Нимə көтəлəрҙер инде, белмəҫһең. Район хакимиəте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Нəүғəт Хисмəтуллин былай ти: - Үлəн үҫкəнен көтəлəр, үҫмəй ул. Кемдəр һаман бесəнгə төшмəгəн, төшһөндəр ине тиҙерəк. Ямғыр яуманы, сабынлыҡтар насар. Бəлки, ямғырҙар яуып китер ҙə, бесəнде икенсе ҡабат сабып алыу мөмкин булыр. Əлеге эҫе һауа торошо төрлө зарарлы бөжəктəр үрсеүенə лə булышлыҡ итə. Баҫыуҙарҙа төрлө ҡоротҡостар күренə башланы. Əлегə улар ҡый үлəндəр менəн генə туҡланһа, тиҙҙəн көнбағышҡа йəбешерҙəр. Бындай бөжəктəр, күбəлəктəр шəхси хужалыҡтар өсөн дə зыянлы булыуы мөмкин. Əгəр хужалыҡтарҙа бындай күренеш күҙəтелə икəн, тиҙ арала райондың «Ауыл хужалығы үҙəге» етəксеһе Булат Ғафаровҡа мөрəжəғəт итергə кəрəк. Тағы бер ҡабатлайым: район хужалыҡтары, район халҡы тиҙерəк бесəнгə төшһөндəр, мал аҙығы əҙерлəү эшен һуҙмаһындар ине.

Розалия ҒƏЛИЕВА Автор фотоһы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей