Хуш еҫле бесәндә

Әлеге ваҡытта аграрийҙар республикала, шул иҫәптән районда мал аҙығы әҙерләү, йәғни бесән сабыу менән әүҙем шөғөлләнә. Был юлы “Импульс” ЯСЙ-һында хәл-торошто белештек (етәксеһе Хәлим Ҡарағузин). Беҙ барғанда механизатор Азамат Ҡыҙрасов (Ибрай ауылынан) Е-303 үҙйөрөшлө бесән сапҡыс техникала быйыл ҡәнәғәтләнерлек, хатта ярайһы уҡ мул үҫкән тәбиғи үлән саба ине. Азамат баҫыу киңлектәрен 1983 йылдан иңләй, йәш сағынан колхозда эшләгән, шуға күрә лә үҙ эшен биш бармағы кеүек яҡшы белә.
Рәис Ҡансуриндың (Яңыбай ауылынан) эше иһә 1985 йылдан техникаға, шулай уҡ күмәк хужалыҡтағы эш менән бәйле, тракторсы ла, комбайнсы ла ул, шул ваҡыттан алып үҙ һөнәренең оҫтаһына әйләнгән. Әле Рәис ағай сабылған бесәнде йыя һәм преслай, һауа торошо ямғырһыҙ торғанда (ә ямғыр булғаны ла юҡ тиерлек) иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгәсә көнөнә яҡынса ауырлығы ике центнер илле килограмм булған 60-70 төк әҙерләй. Әйткәндәй, “Импульс”т етейөҙ гектар тирәһе баҫыуы бар, быйыл уларҙа 145 гектар көнбағыш, 230 гектар арпа, 191 гектар бойҙай сәсеп үҫтерелгән. Сәсеүҙә орлоҡҡа ҡытлыҡ кисермәгәндәр – үҙҙәренең һаҡлауға һалғанын да, сорт яңыртыу маҡсатында бер аҙ ситтән һатып алынғанды ла тотонғандар. Үҫентеләр барлыҡ агрономик кәңәштәрҙе

үтәп ашламаланған, химик уталған -барлыҡ нормалар үҙ ваҡытында башҡарылған.Үткән йыл бер гектарҙан яҡынса 24 центнер уңыш алынған, быйылғыһы ла шунан артырмаһа, ҡалышмаҫ, тип уйлайҙар. Иген урыуҙы июлдең егермеләрендә башларға ниәтләйҙәр, һоло урыуҙан башлаясаҡтар. ЯСЙ-ның ере сағыштырмаса әҙ, шуға күрә лә ужым игенен сәсергә ер етмәгән. Бөгөнгө сәфәрҙә барлыҡ баҫыуҙарға байҡау яһаныҡ- ҡайҙа барһаң да сүп үләне күрмәҫһең, тупраҡ ярайһы уҡ дымлы һәм йомшаҡ, иген культуралары яҡшы үҫкән, мәҫәлән, гибрид сортлы көнбағыш фәҡәт майлы сорттан, тимәк, көнбағышын һатыуҙа проблемалар булмаясаҡ. Һуңғы йылдарҙа, үкенескә күрә, икмәктең хаҡы арта, әммә, ғәжәп, игендең хаҡы төшә. Был, әлбиттә, игенселәрҙе бер аҙ боросуға һала, шулай ҙа бөгөнгө замандың баҙар шарттарында әле юғалып ҡалмай, өйрәнгән шөғөлдө дауам итәләр – кемдер иген үҫтерергә тейеш.
“Импульс” етәкселеге үҙенең эшселәре хаҡынла ҡайғырта- бер нисә тапҡыр көнөнә ҡайнар туҡланыу ҡаралған, хатта тыуған ауылдарына көн дә махсус бирелгән машинала ҡайтып-килеп йөрөйҙәр. Техник һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре буйынса механизаторҙар ваҡытында иҫкәртелгән һәм уларҙы теүәл үтәй.

Ҡояшта ҡара янып, көнө буйы баҫыу иңләү еңел эш түгел, әммә игенселәрҙән был хаҡта бер ҡасан да һуҡраныу һүҙен ишетмәҫһең, иң мөһиме, механизаторҙарҙың (ғөмүмән, малсыларҙың, һауынсыларҙың, көтөүселәрҙең) эшенә урындағы ауыл хужалығы ойошмалары бик мохтаж, үҙ ереңдә эщ булыу иһә һәр кемгә уңайлы. Хөкүмәтебеҙҙең ауыл хужалығы тармағына субсидия программаларын киләсәктә күбәйтеүен теләге килә – йәштәр был тармаҡҡа эшкә атлығып торһон өсөн. “Импульс” баҫыуҙарынан шундай уй-фекерҙәр менән ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.
Һүрәттә: Азамат Ҡыҙрасов бер мәлгә генә ялға туҡтағанда.
Әнисә Бикташева.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей