“Һуғыш йылы балаһы мин...”

Был ҡатмарлы, мəшəҡəтле заманда, ваҡ-төйəк эштəребеҙҙе  ситкə ҡуйып,  өлкəн йəштəге туғандарыбыҙ, ауылдаштарыбыҙ,  күршелəребеҙ менəн  һөйлəшеп  ултырырға ваҡыт таба алһаҡ ине. Оҙаҡ йылдар яныбыҙҙа ғына йəшəгəн, беҙгə яҡын булған кешелəрҙең бай тормош тəжрибəһен өйрəнеп, аҡ ҡағыҙ биттəренə яҙып ҡалдырырға,йəки уларҙың һөйлəгəнен видеоға төшөрөп ҡуйырға хəлебеҙҙəн килмəйме? Йəш һəм урта быуын вəкилдəре хəҙер интернет селтəрен киң ҡуллана. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмəтсəндəре, һуғыш йылы балалары һөйлəгəн  иҫтəлектəрҙе  бик ҡəҙерлəп, төрлө ышаныслы урындарҙа һаҡларға  була.

   Беҙ – бəхетле быуын вəкилдəре,  сөнки  уларҙың  фай-ҙалы  кəңəштəрен,  өгөт-нəсихəттəрен тыңлап, күңелгə һеңдереп үҫтек һəм шул рухи байлыҡ менəн тормош юлдарынан атлайбыҙ. Бына ошоно онотмаһаҡ ине. Юғалмаһын, юҡҡа   сыҡмаһын ҡəҙерле иҫтəлектəр.

    Бына шуны иҫтə тотоп, бөгөн мин Шəбағыш ауылында йəшəүсе, хеҙмəт ветераны Ғилминур Сөйəримбəтова тураһында һөйлəп үтергə телəйем. Ғилминур инəй быйыл  үҙенең  85  йəшлек юбилейын ҡаршыланы. Көйөргəҙе  районы  менəн  бер йылда тыуған ул. Уға йəштəш булыуы  менəн  инəй  ысын күңелдəн ғорурлана.

     Ғилминур Ҡолмөхəмəт ҡыҙы 1935 йылдың 14 февралендə Ырымбур өлкəһе Һарыҡташ районы Һунарсы ауылында донъяға ауаз һала.  Рəхəтлəнеп   уйнап,көлөп, шаярып ҡына йəшəргə ине лə бит, уның бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килə. Башка бик күп ир-егеттəр менəн əтейелə фронтка китə. 1942 йылда уларҙың өйөнə ҡайғылы хəбəр  килə.  Ҡолмөхəмəт Фəхретдин улы Сталинград өсөн барған һуғыштарҙа батырҙарса һəлəк була. Уның үҙенəн кесе, ике бер туған ҡустыһы ла яу яландарында ятып ҡала. 

     “Ҡартəсəй (атайымдың  əсəһе)  ғүмеренең һуңғы көндəренə тиклем һуғышта  хəбəрһеҙ  юғалған, уртансы улы Нурытдинде көттө. Кеше кемделер көтһə, оҙаҡ  йəшəй, тиҙəр.  Бəлки,  ысынлап  та  шулайҙыр.Ҡартəсəйем 96 йəшкə етеп үлде.  Улының  иҫəн  ҡайтыуына  ышаныс  йəшəткəндер уны... Кем белə?...”- тип һөйлəй Ғилминур инəй. Əсəһе, 34 йəшендə тол ҡалып, биш баланы  яңғыҙы  тəрбиəлəп үҫтерə. Уларға бик күп ауыр эштəрҙə егелергə тура килə. Һуғыш  йылдарында  үткəн бала  сағын  иҫкə  төшөрөп, яйлап ҡына ғүмер йомғаҡтарын һүтə инəй. “Əсəйемдəр көндəр буйы колхозда эшлəне.  Беҙ  өйҙə,  асҡа  ҡаҡланып, урындыҡта  теҙелешеп ятабыҙ.  12  йəшлек  абзыйым, туғайлыҡта ҡапҡан ҡуйып, ҡуян тотоп алып ҡайта. Өйҙə  шуның  итенəн  беҙгə аш бешерə ине. Əгəр ҡуян элəкмəһə, өй башына менеп, күгəрсендəр тота. Аслыҡтан ныҡ  ауырыныҡ,  шуға  күрə күгəрсен ите лə ашарға тура килде. Абзыйым ана шулай беҙҙе үлемдəн ҡотҡарҙы. Ул үҙе 78 йəшкə тиклем йəшəне. Уға ныҡ рəхмəтлебеҙ.

     Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары яланда, үҙҙəре лə ас килеш,туҙанға батып, ҡап-ҡара булып, үгеҙ менəн ер һөрҙөлəр. Йəйен  иген  игеп,  ашлыҡты көлтəлəп ҡуялар ине. Улар төндəрен, ағас фургондарға үгеҙҙəр   егеп,   элеваторға ашлыҡ ташыйҙар. Ул ваҡытта ауыл ерендə тол ҡатындар күп булды. Əсəй беҙҙең хəлде күреп илай. Йəшереп кенə бер ус бойҙай алып ҡайта. Уны ҡул тирмəнендə тартып, ярмаһынан өйрə бешереп ашата. Үҙем 15 йəшлек сағымдан колхозда  учётчик булып эшлəнем. Иртə яҙҙан ҡара  көҙгə  тиклем  баҫыуҙарҙа йөрөнөм. Кем күпме ер һөргəн, иген сəскəн, тырматҡан, сүп үлəндəрен утаған – шуларҙың барыһын да иҫəплəп, конторға сводҡа бирə инем”.

     Етенсе синыфтан һуң Ғилминур уҡыуын дауам итергə телəй. Əсəһе бер ҙə риза булмай. “Ашарыңа биреп ебəрə алмайым, кейергə кейемең дə юҡ”,- ти ул. Телəгенə ирешеү өсөн, ҡыҙ барыһын да эшлəй. Йəй буйына шəл бəйлəп, Ырымбур баҙарына алып барып һата. Шулай сауҙа итеп, ул үҙенең өҫ-башын бөтəйтə. Имтихандарға əҙерлəнергə лə ваҡыт таба. Ырымбур педагогия училищеһының  татар бүлегенə  документтарын  бирə. Рус  теле  һəм  математиканан имтихандарын “бишле”-гə  тапшыра.  Мəктəптə  гел башҡорт  телен  уҡып  килһə лə, хəленə керəлəр. Ҡыҙҙың уҡырға  телəге  шул  тиклем көслө  була:  татар  теленəн “3”лө ҡуйып булһа ла, уны уҡыу йортона ҡабул итəлəр. Дүрт йыл тырышып белем ала. Уҡыуын уңышлы тамамлап, юллама менəн Ырымбур өлкəһендəге Һаҡмар совхозына  эшкə  килə.  Артабан хеҙмəт юлын Күмертау районында дауам итə. Был ваҡытта инде ғаилəһе тарҡалған була.  Баланы  яңғыҙы  тəрбиəлəй.  Лена  ауылындағы башланғыс мəктəптə уҡыта. Улы Марсель дə унда бик тырышып  белем  ала:  тик яҡшы  билдəлəргə  өлгəшə. 1976 йылда улар Шəбағыш ауылына күсенеп килə, уҡытыусылар өсөн төҙөлгəн ике ҡатлы йорттоң иркен фатирында йəшəй башлай. Ғилминур Ҡолмөхəмəт ҡыҙы мəктəп янындағы интернатта тəрбиəсе була, география дəрестəрен алып бара. Шунан лайыҡлы ялға сыҡҡансы, башлангыс синыф уҡыусыларына белем бирə. Уның педагогик стажы - 36 йыл. Уйлап ҡараһаң, үҙе бер ғүмер бит...

    Хеҙмəт ветераны бик əүҙем  тормош  алып  бара, буш ваҡыттарында ҡул эштəре менəн мауыға. 1999 йылда “Көйөргəҙе шəлдəре” район конкурсында ҡатнашып, 1-се урын яулай. 2008-се йылда башҡорт шəле республика күргəҙмəһендə Гран-приға лайыҡ була. Селтəр башҡорт шəле йолаларын үҫтереүҙə һəм һаҡлап ҡалыуға Ғилминур инəй ҙə ана шулай үҙ өлөшөн керетə. “Башҡорт шəле - 2020” Көйөргəҙе районы онлайн фестиваль - конкурсында ҡатнашып, диплом алды. Рəхмəт хаттарын, Почёт грамоталарын, дипломдарын бик ҡəҙерлəп һаҡлай ул. Шəбағыш ауылында уның ҡəрҙəштəре юҡ, лəкин бында үҙен бөтөнлəй ситят итеп тоймай. Əхирəттəре, ҡасандыр мəктəптə бергə эшлəгəн хеҙмəттəштəре, ауылдаштары, күршелəре күптəн инде туған кеүектəр. Игелекле кешелəр уларға ысын күңелдəн йорт эштəрендə ярҙам итə. Һəр ваҡыт уларҙың хəстəрл-ген тойоп йəшəй.

     Инəй ҡамыр аштары əҙерлəргə ярата. Ҡай вакыт ҡомалаҡ сөпрəһенəн бик тəмле итеп икмəк һала. Ҡунаҡтарын, хəл белергə килгəндəрҙе тəмле ризыҡтар менəн һыйлай. Ул бик ҡунаҡсыл, уңған хужабикə! Оло йəштə булһа ла, Ғилминур инəйҙең өйөндə һəр саҡ тəртип һəм ниндəйҙер бер йылылыҡ бөркөлөп тора. Ғилминур Ҡолмөхəмəт ҡыҙы менəн аралашҡанда мин оҙаҡ йəшəү серҙəрен асырға тырышам. “Минең əсəйем дə оҙон ғүмерле булды, 90 йəшенə етеп үлде. Яҙмыш ҡайҙа ғына ташлаһа ла, матур тəбиғəтле, экологик яҡтан таҙа ауылдарҙа йəшəнем, үҙем əҙерлəгəн хəлəл ризыҡтар ашаным. Бала саҡта йыш ҡына үлəн менəн туҡландыҡ. Һуғыш йылы балаһы мин... Хеҙмəттə сы-нығып, тормош һынауҙарын нисек тə булһа еңергə өйрəнеп үҫтем”,- ти Ғилминур инəй.

     Оҙон ғүмерле булыр өсөн, уның кеүек тормошто яраты-рға, шундай асыҡ йөҙлө, шат күңелле булырға кəрəктер ул.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей