ҺУҒЫШ БАЛАЛАРЫ - ТЫЛ ВЕТЕРАНДАРЫ

1941 йылдың 22 июнь таңы. Кешеләрҙең тыныс тормошон боҙоп, сабый балаларҙы бәхетле бала сағынан мәхрүм итеп, Бөйөк Ватан һуғышы башлана.

Ейәнсура районының Өмбәт ауылында ғүмер итеүсе ҡәҙерлеләребеҙ –атайыбыҙ Абдуллин Әхмәт Зәкәриә улының, әсәйебеҙ Абдуллина Зәлифә Ғәйнетдин ҡыҙының бала сағы ошо аяуһыҙ һуғыш йылдарына тура килә. Ауылдан ҡулдарына ҡорал тоторлоҡ ир-егеттәр һуғышҡа китеп бөтә. Атайымдың Хәмит ағаһы, әсәйемдең атаһы менән өлкән ағаһы Зәйнетдин дә һуғышҡа китә. Бөтә ауырлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарттар һәм атайым йәшендәге үҫмер балалар иңенә төшә. Ил өҫтөнә килгән ауыр, ҡайғылы көндәрҙе улар ҙа үҙ йөрәктәре аша үткәрәләр.

Атайым үҙенең тиҫтерҙәре менән бер рәттән колхоз эшенә тотона. Көтөү көтөү, бесән эшләшеү, үгеҙ егеп бесән, төрлө йөк ташыу уларҙың көндәлек эшенә әйләнә. Ҡушылған бөтә эште лә, өлкәндәр менән бер тигеҙ башҡаралар.

Беҙ – һуғыш балалары, аслыҡ-яланғаслыҡты, төрлө ауырыуҙарҙы баштан үткәрҙек. Нимә ҡушһалар – шуны эшләнек, ҡайҙа ебәрһәләр – шунда барҙыҡ. Көсөбөҙ етәме-юҡмы, ҡарап торманыҡ, йоҡлап йоҡо туймаһа ла, ашарға аш, кейергә кейем булмаһа ла – бер эштән дә ҡалманыҡ. Тиҙерәк һуғыш бөтһөн, тиҙерәк атайҙар ҡайтһын тип тырыштыҡ, – тиҙәр шул ваҡыттарҙы һөйләгән саҡтарында.
һуғыш бөткәс тә колхозды үҫтереү, бирелгән нормаларҙы арттырып үтәү өсөн тағы ла нығыраҡ эшкә тотоналар. Төнгә ҡалып, үгеҙ егеп, ҡыш көнө бесән ташыйҙар. Бүреләр күбәйеп киткәс, үҙҙәре менән мылтыҡ һалып йөрөтә башлайҙар. Бер ваҡыт ул мылтыҡты бесән араһына тыҡҡан саҡта яңылыш ҡулына атыла. Атайымдың ҡулында дробтар һаман да бар, алып бөтмәгәндәр.

Ауыр бала саҡтың тағы ла бер шауҡымы: ул ҡаты ауырып, ауыр операциялар үткәреп,бер бөйөрөн алдыра.

Ошондай хәлдәрҙән һуң да ул эшһеҙ ултырманы. Хаҡлы ялға сыҡҡансы колхоз эшенән ҡалманы. Уның күңеле һәр саҡ күтәренке, шаян һүҙле, көслө рухлы кеше ул беҙҙең атайыбыҙ.

Мәктәптә тулы белем алырға насип булмаһа ла, бик матур йөкмәткеле шиғырҙар яҙа. Берәй темаға шиғыр яҙыр кәрәк булһа, ул тиҙ арала яҙып та ҡуя. Уның тыуған ергә, илгә, халҡына, ғаиләһенә бағышлап яҙған шиғырҙары бихисап. Бик күп башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын яттан белә. Атайымдың хәтеренә һоҡланмай мөмкин түгел. Бөтәһен дә йылы, көнө менән иҫләп һөйләп бирә. Атаһы Зәкәриә ҡартайым да бик уҡымышлы, дини кеше булған. Уның уҡыған доғаларын ишетеп үҫкәнгәме, миңә уларҙы ятлап ултырыу кәрәкмәне, мин уларҙы бала саҡтан белә инем, ти ул.

Әсәйебеҙ Зәлифә Ғәйнетдин ҡыҙы Самаҙы ауылынан, бик йәшләй генә Өмбәт ауылына килен булып төшә. Өләсәйем әсәйемдә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас булған сабырлыҡ, түҙемлек, матурлыҡ кеүек сифаттарың бөтәһен дә тәрбиәләгән. Уның күңеле матур, изге, киң. Килгән һәр кешегә ишеге асыҡ, сәйе ҡайнаған, ашы бешкән була. Ҡасан барһаң да, өйгә тәмле еҫтәрен таратып, ул аш бүлмәһендә нимәлер бешереп йөрөй. Әсәйемдең ҡулдары алтын. Уның бәйләгән шәлдәрен ябынып, бейәләй-ойоҡбаштарын кейеп үҫтек. Беҙгә – биш балаһына ғына түгел, ауылдың апай-инәйҙәренә лә бик килешле итеп матур-матур күлдәктәр тегеп бирә ине ул. ғаиләлә күмәк бала булһаҡ та, бер тауышһыҙ үҫтек.

Һеҙҙең ағайығыҙ берәү генә, уға һүҙ әйтмәгеҙ. Апайҙы-апай, һылыуҙы һылыу итә белегеҙ! – тип йыш әйтә ине әсәйем. Уның был һүҙҙәренең мәғәнәһен хәҙер, үҙебеҙ балалар үҫтергәс кенә аңлай башланыҡ.
Әсәйемдең килендәштәре менән әхирәттәй татыу, еңгәйҙәре менән бер туғандай яҡын булыуы, ғүмер буйы бейем менән йәшәп, уны үҙ әсәһендәй күреүе – үҙе бер тормош һабағы.

Һәр йыл 9 майҙы – Еңеү байрамын ҡаршылағанда, әсәйебеҙҙең күҙҙәре моңһоу. Был бала саҡтың ныҡ ауыр көндәрен иҫкә төшөрә торған көн. Атаһы һуғышҡа киткәнен әсәйебеҙ ҙур һағыш менән иҫкә ала.

Күмәкләп оҙатып ҡалдыҡ. Көн һайын унан хәбәр көттөк. Атайымдың фронттан ни бары ике хаты килде. Аҙаҡтан уның хәбәрһеҙ юғалды тигән ҡара ҡағыҙын алдыҡ. Беҙ ышанманыҡ, һаман да хат көттөк, – тип һөйләй ул.
Тик ҡәҙерле әсәйебеҙҙең атаһы һуғыштан әйләнеп ҡайта алмай. Күп тә үтмәй, ФЗО-ға киткән апаһы ла һыуыҡ тигеҙеп үлеп китә.

Һуғыш бөтөп кешеләрҙең аталары ҡайта башланы. Атайыбыҙ бәлки ҡайтыр, бәлки ҡара хәбәр яңылыш булғандыр, тип беҙ ҙә өмөт итеп көттөк, ләкин ул ҡайтманы. Иптәш ҡыҙҙарымдың атай тип өндәшеүҙәренә ҡыҙығып үҫтем. Минең дә ауыҙ тултырып атай тип әйткем килә торғайны, – ти әсәйем әсенеп.
Бала саҡтары ауыр, ҡаты йылдарға тура килеп, ҡатмарлы тормош үтһәләр ҙә, улар зарланмайҙар. Ил ни күрһә, беҙ ҙә шуны күрҙек, тиҙәр. Әлеге ваҡытта беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ һәр тыныс атҡан көнгә ҡыуанып, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ярҙамын, иғтибарын, ихтирамын тойоп, бәхетле ғүмер итәләр. Тормош менән бергә атлайҙар. Илдәге булған хәл-ваҡиғаларҙы яратҡан гәзиттәре «Йәшлек», «Ейәнсура таңдары»нан ҡыҙыҡһынып уҡып, белеп торалар. Быларҙың бөтәһе менән дә беҙ, уларҙың балалары, атай-әсәйебеҙгә икенсе ғүмер бүләк итеүселәр, уларға ваҡытында ярҙам күрһәтеп, һауыҡтырып аяҡҡа баҫтырыусылар – Өфө ҡала дауаханаһы хирургы Мәҡсүт Хәйретдин улына һәм Сибай ҡала дауаханаһында эшләүсе күренекле табиб Арыҫланбаев Ғаяз Барый улына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

Беҙ ҡәҙерле атай-әсәйебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон, бәхетле, тигеҙ ғүмер теләйбеҙ. Тормош ауырлығына ҡарамай, беҙҙе хәстәрләп, йылы ҡосағығыҙҙа наҙлап үҫтереп, бәхетле бала саҡ бүләк иткәнегеҙгә ҙур рәхмәт әйтеп, һеҙҙең алда оло ихтирам менән баш эйәбеҙ. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ.

Зөһрә Исмәғилева.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей