Һуғыш балалары

— Атайым һуғышҡа киткәндә, миңә ни бары өс йәш кенә булған, шулай ҙа уны оҙатыу күҙ алдымда: ямғыр яуа ине, атҡа ултырып киттеләр. Бәхетебеҙгә күрә, атайыбыҙ япондарға ҡаршы ла һуғышып, имен-һау ҡайтҡас, был хаҡта һорашҡайным, ул нәҡ мин күҙ алдына килтергәнсә һөйләп бирҙе, — тип баласаҡ хәтирәләренә бирелде Ҡафиҙа Ғәлимова. — Атай киткәс, әсәйебеҙҙе уның урынына, «Ҡыҙыл маяк» колхозына бригадир итеп ҡуйҙылар, был мәлдә беҙ Рәхмәттә йәшәй инек. Тәслимә апайым иген урыуҙа йөрөнө, риҙуан менән көлтә ташыны. Билал, Нуриман ағайымдар һәм һеңлем Ҡафия менән дүртәүләп өйҙә ҡала торғайныҡ. Эшләгән кешеләргә норма менән иген, картуф таратҡандары ныҡ хәтерҙә ҡалған. Ике яғына тәрилкә кеүек ике тимер ҡуйылған бизмән? ярҙамында тейешле күләмде үлсәп бирәләр, артығыраҡ тартһалыр инде, кәртүкте ҡырҡып ала инеләр… Атай фронттан килеү менән колхоз рәйесе булды. Өс йылдан  һуң кире Яйҡарға күсеп  ҡайттыҡ.

Яҙмыш Ҡафиҙә Сәйфетдин ҡыҙының артабанғы ғүмерен тағы ла Рәхмәт менән бәйләй: Мөждәбә Байҙаҡ улына тормошҡа сығып, был ауылға килен булып төшөүенә лә  60 йыл инде.  

— Бәләкәй генә бер өйҙә ҡәйнәм, уның ике ҡыҙы бар ине. Шулай бергәләп йәшәп киттек, — тип дауам итә Ҡафиҙа апай. — Бәләкәйҙән колхоз эшенән ҡалмай үҫкәс, бында ла өйҙә ятманым: бесән сабып-йыйыуҙа ла йөрөнөм, кәбән һалғанда гел генә башта торор инем…

Һатыусы булып эшләгән ире Йылайыр ауыл хужалығы техникумының көндөҙгө бүлегенә уҡырға инә. Ике йылдан дипломлы белгес булып, Рәхмәт бригадаһында эш башлай һәм ғүмеренең ахырынаса веттехник вазифаһын башҡара.

Ғаилә лә ишәйә, алты ҡыҙға һәм ике улға ғүмер бирә Ғәлимовтар. Белореттан һатып алып ҙур өй эшләп инәләр. Ата менән әсә эштән бушамағас, балалар өләсәй тәрбиәһендә үҫә. Ул-ҡыҙҙары ҡул араһына инә башлағас, әсәйҙәре менән Йәнекәй фермаһына һарыҡ ҡырҡырға йөрөйҙәр, уның араһында сөгөлдөр утайҙар, емеш-еләк һатып та, дарыу үләндәре йыйып тапшырып та аҡса эшләйҙәр.

— Ҡәйнәм балалар менән сығып, көн дә эштән ҡайтыуыма икешәр биҙрә еләк йыйып ҡуйырҙар ине. Бесәндән арманһыҙ булып арып ҡайтылһа ла, башҡа ҡатындар менән еләкле биҙрәләрҙе көйәнтәләп, Силәбе өлкәһенең Бәләкәй Боғаҙаҡ, Верхнеурал ауылдарына, Мәғнит ҡалаһына һатырға йөрөй торғайныҡ, — ти Ҡафиҙа апай.

Ҡафиҙа Сәйфетдин ҡыҙы фермала фуражир, келәт мөдире, сөгөлдөрсөләрҙең звеньевойы ла була, иген дә тарттыра, мал да ҡарай. Ул ғына ла түгел, Өскөл, Яйҡар ауылдарынан килгән колхозсылар Ғәлимовтар йортонда ятып эшләгәс, уларға аш-һыу яраштырыу ҙа Ҡафиҙа апай иңенә ята. Шулай уҡ көҙгө-яҙғы мал эшкәртеүгә ярҙамға, башҡа йомоштар менән Асҡарҙан килгән ветеринарҙар ҙа уларҙың өйөндә туҡтала.

Эштән бушаған арала ҡул эшенә тотона: бәйләй, тегенә. Күпме ҡатындарға матур-матур күлдәктәр, кәзәкей-камзулдар тегеп кейҙергәндер ғүмере буйына, уның иҫәбе һанына сығырлыҡ түгел. Хәҙер ҙә боронғоса итеп итәкләп, милли кейемдәрҙе, үҙенә генә түгел, ауылдаштарына, ҡыҙҙарына, ейән-ейәнсәрҙәренең һәр береһенә тегеп биргән. Бөгөн инде уларға бирнәлек тә әҙерләй ҡорама ҡороуға ла оҫта өләсәй.

— Әсәйебеҙ иртә үлде, шуға ла бер туған ҡусты-һеңлеләремә туйҙарын үткәрешеп, «әсәйһеҙ» тимәһендәр, күңелдәре китек булмаһын тип, һәр береһенә ҡорамалы яҫтау-түшәктәр эшләнем, кейеҙ баҫтым, — тип һөйләй апай. Әйткәндәй, Ҡафиҙа Сәйфетдин ҡыҙының ҡорама өлгөләре, ырғаҡ менән бәйләнгән әйберҙәре һабантуйҙарға, башҡа төрлө сараларҙа күргәҙмәләргә ҡуйыла.

— Әрмәк һуғыуҙы күрһәтәм тип станогымды тейәп тә күп йөрөнөм. Һабантуйҙарға, байрамдарға һәр саҡ буҙа ҡойҙом, икмәк бешерҙем, — ти ул. Әсәнән күргән тун бескән тигәндәй, бар һәләте ҡыҙҙарына ла күскән, улар барыһы ла буҙа ҡойорға, төрлө ҡул эштәренә оҫталар.

Хоҙай кешегә талантты бер бирһә, мул бирә тигәндәре дөрөҫтөр. Мөнәжәт әйтеүҙә лә яҡын-тирәлә Ҡафиҙа апайға тиңләшеүсе юҡ. Күптән түгел күрше Магнитогорск ҡалаһында үткән «Йөрәк һүҙе» шиғриәт бәйгеһендә ҡатнашып, үҙе ижад иткән «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға» әҫәрен һөйләп, еңеүсе булараҡ, диплом һәм ҡиммәтле бүләк алған.

Бер нисә йыл рәттән Санкт-Петербург дәүләт университеты студенттары Рәхмәткә башҡорт телен өйрәнеү маҡсатында килә. Улар Ҡафиҙа апайҙа булып, унан башҡорт халҡының аш-һыу серҙәренә төшөнә, боронғо башҡорт кейемдәре өлгөләрен өйрәнә, рус һүҙҙәренең тәржемәһен яҙып ала.

— Ҡайтып киткәс, байрамдар менән башҡортса ҡотлап открытка ебәрәләр. Хаттарында үҙҙәре белмәгән ҡайһы бер һүҙҙәрҙе русса яҙалар ҙа, шул һүҙҙе белмәнек, тип ғәфү үтенеләр хатта, — ти сит милләт балаларының башҡорт телен теләп, ихлас өйрәнеүҙәренә ҡыуанып.

Матур күңелле кешенең күңеле һәр саҡ матурлыҡҡа ынтыла: тәҙрә төптәрен гөлдәр биҙәй, йәй етһә баҡсаһында аллы-гөллө сәскәләр күҙ яуын ала. Ауылда сәскә байрамы үткәрелгән тәүге йылда уҡ Ҡафиҙа апай  «Иң шәп сәскә үҫтереүсе» тип табыла. Был бәйгелә йыл да бүләкһеҙ ҡалғаны юҡ: «Иң шәп баҡсасы», «Ҡул эше оҫтаһы» һәм ошоно дәлилләгән диплом-ҡағыҙҙары етерлек.

Рәхмәттә асылған мәсеттә лә өлөшө бар уның. Ауыл халҡынан төҙөлөш өсөн өй беренсә йөрөп аҡса йыя. Шулай уҡ ғаиләһе исеменән мәсеткә ишек һатып алып бирә, иман йортоноң тәҙрәләре Дамир улы эшләгән семәрҙәр менән биҙәлгән.

Дәртле Ҡафиҙа Сәйфетдин ҡыҙы өс йыл элек кенә күптәр ҡыҙығырлыҡ яңы өй күтәреп ингән. Бөтә уңайлыҡтар булдырылған, заманса мебель менән йыһазландырылған йортта ғүмер кисерә ул бөгөн. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәктер, уның өйө элек-электән «Өлгөлө йорт» һанала.

— «Апаның да, инәй, һеҙҙең дә, ярҙамығыҙ ваҡытында күп тейҙе» тип, бураны күтәреүгә ауыл халҡы дәррәү сыҡты. Өйҙөң башын өлкән улымдың иптәштәре бергәләп ябып бирҙе. Дамирым балта эшенә оҫта, Динарым тимер эшенә. Улдарымдың ярҙамы менән төҙөп сыҡтым инде. Киләһе йыл Рәхмәттә «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтә, шуға әүәлге йортомдоң ҡыйығын алмаштыртып, бер аҙ йүнәтеп ҡуйырға кәрәк. Үҙемдең балаларым эшкинеп бөттө, әле бына ике ейәнемде тәрбиәләйем, уларҙың икеһенә ике өй ҡалдырырға тейешмен, тип уйлайым, — ти апай. — Өлкәне, Аллаға шөкөр, һүҙемде тыңлап, Ислам университетын тамамланы. Хәҙер аят, ҡорбан аштарына икәүләп йөрөйбеҙ. Хатта Силәбе өлкәһенең яҡын-тирә ауылдарынан да килеп алалар.

Әле лә кәртә тултырып мал көтә: ике һыйыр, башмаҡтарҙан тыш, һарыҡтары ла бар, һөт кәзәләре лә аҫырай. Ҡош-ҡортто иһә яҙ себеш көйө һатып алып күпләп үҫтерә.

«Хеҙмәт ветераны», «Әсәлек даны» миҙалдарына лайыҡ Ҡафиҙа Сәйфетдин ҡыҙының эш менән генә үтмәй ғүмере. Бөгөн булһа, йәмәғәт эштәрендә әүҙем, ауылда эшләп килгән фольклор төркөмөнөң алыштырғыһыҙ ағзаһы. Районда, республикала, илдә, тотош донъяла ниндәй хәлдәр булыуы менән дә хәбәрҙар, сөнки ул элек-электән «Осҡон», «Йәшлек» гәзиттәрен алдыра, телевизорҙан яңылыҡтар тапшырыуын ҡалдырмай ҡарай.

— Азамат ейәнем менән хоккей уйынын айырыуса яратабыҙ. Ваҡыт булмаған саҡтарҙа, һис юғы, берәүбеҙ ҡарарға тейеш тип алмашлап та күҙәтәбеҙ уйынды, — ти ул.

Һигеҙенсе тиҫтәне теүәлләгәндә лә шулай дәртле, егәрле, заман менән бергә атлаған Ҡафиҙа Сәйфетдин ҡыҙының үткән тормошо ла, бөгөнгөһө лә күптәргә үрнәк булырлыҡ. Нәҡ уның кеүектәр үҙен уратып алғандарға нур тарата, донъяны йәмләй, иртәгәһе көнгә ныҡлы ышаныс уята.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей