Һуғыш балалары

Ни генә күрмәгән дә, ни генә кисермәгән оло быуын кешеләре? Аслы-туҡлы көн күреүҙәр, көс етмәҫлек эштәрҙе башҡарыу - барыһы ла баштан үткән. Мотай ауылында йәшәүсе Кәбир ағай Уразбахтинға быйыл 90 йәш тулды. Дүрт балалы ғаиләлә иң кесеһе булып тыуа. Әсәһе Ғелмиямал инәй 1973 йылда вафат була, атаһын иҫләмәй. Ул да үҙенең күп тиҫтерҙерәре кеүек үк һуғыш ваҡытында ата-бабаларын, ағайҙарын фронтҡа оҙатҡан, өсмөйөшлө хаттар уҡыған, ҡайһы бер яҡындарын көтөп ала алмаған. Алты-ете йәшенән ат ҡарай Кәбир. Был хайуандарға булған һөйөүе ғүмерлеккә ҡала. Ленин колхозында эшләгән осорҙа ла уға аттарҙы ышанып тапшыралар.

Ҡатыны Фәүзиә апай менән ярты быуаттан ашыу бергә ғүмер кисерәләр. Бергә йәшәгән саҡтарын һағына Кәбир ағай, сөнки улар бер-береһенең ҡәҙерен, кәрәклеген, һөйөүен тойоп йәшәй. Шатлыҡтарын да, ҡайғыларын да бергә уртаҡлашалар. Матур итеп донъя көтәләр, балалар тәрбиәләйҙәр. Әммә хәләл ефете Кәбир ағайҙы ҡалдырып китеп барыуына ла байтаҡ ваҡыт үткән.Фәүзиәһенә яғымлылығы, ихтибарлығы, егәрлелеге өсөн һәм, иң мөһиме, матур, аҡыллы балалар табып биреүенә рәхмәтле. Ә улар бишәү. Колхозда икеһе лә тырышып эшләй Уразбахтиндар. Хеҙмәттәре өсөн бихисап Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнәләр.

Хаҡлы ялға сыҡҡас ул үҙенә ат алырға ҡарар итә, ала һәм һаулығынан килгәнсе уларҙы ҡарай. Ғүмер буйы ошо аттар эргәһендә йөрөп, уларһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмай. Гөлфиә ҡыҙы ҡарамағында йәшәгән Кәбир ағайҙы бөгөн бихисап ейән-ейәнсәрҙәре ҡыуандырып тора. Олаталарының хәтирәләрен, элекке ауыл тормошо тураһында бик яратып тыңлай улар. Тарихты белеү кәрәк. Быны оло быуын вәкилдәре генә түгел, йәштәр ҙә аңлай.

Яңыраҡ Кәбир ағайға «Һуғыш балалары» ойошмаһы вәкилдәре килеп миҙал тапшырып, бүләктәрен биреп, хәлен белешеп китте. Тормоштоң тыныс булыуына, балаларының, ауылдаштарының, яҡындарының, туғандарының тыныс, бәхетле йәшәүҙәренә ҡыуанып бөтә алмай. Шуның өсөн тырышылмағанмы ни? «Кәрәкмәй беҙгә һуғыш, донъялар булһын тыныс», тип көн дә теләп ултыра ауыл аҡһаҡалы.

Ф. БИКМӨХӘМӘТОВА.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей