Һәүетемсә генә донъя көтәләр

      Урмансы ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветерандары Илһам һәм Рима Абдрахмановтар ғүмер буйы ауыл хужалығында эшләгән. Ғаилә башлығы хеҙмәт юлын малсылыҡҡа бәйләһә, уның ҡатыны колхозда ашнаҡсы булған.

      Икеһе бер ауылда тыуып үҫкән пар 1967 йылдың октябрендә өйләнешә. Илһам Зәйнетдин улы Стәрлетамаҡта зоотехникка уҡып ҡайтып, ғаиләһе менән Силәбе өлкәһенең Муратовка ауылында йәшәйҙәр, ундағы совхоз бүлексәһендә эшләйҙәр.

      1984 йылда Урмансыға күсеп ҡайталар. Илһам ағай ауылдағы хужалыҡта ветеринар врач булып эшләй. Һуңынан ферма мөдире вазифаһын да башҡара. Рима апай иһә колхозда ашнаҡсы була. Колхоздан һуң, ауыл клубында йыйыштырыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Улар икеһе лә өс тиҫтәнән ашыу хеҙмәт стажына эйә.

      Абдрахмановтар йорт та һалған, дүрт бала үҫтергән. Бөгөн ике ейәнгә, ике ейәнсәргә олатай һәм өләсәй. Рима Фәтих ҡыҙы былтыр 75 йәшен билдәләһә, Илһам Зәйнетдин улы 80-ен тултырған. Ҡартлыҡҡа бирешмәй, бергә һәүетемсә генә донъя көтәләр.

      Быйыл көҙгә улар бергә йәшәүҙәренең 55 йыллығын – Зөбәржәт туйҙарын билдәләйәсәк.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей