“Хəүефлекте ҡурсалайыҡ”

Ырымбур өлкəһендə айырыуса хəүефле ящур ауырыу теркəлеү сəбəпле, Башҡортостандың Ветеринария хеҙмəте, республика билəмəһенə сирҙе индермəҫ өсөн төрлө саралар күрə. Беҙҙең районыбыҙҙа ла был сиргə ҡаршы эре һəм ваҡ малдарға профилактик вакцинация үткəреү эштəре əүҙем бара.

- Малдарҙы прививкалауҙы тиҙ арала тамамлау өсөн башҡа райондарҙан 17 ветеринар беҙгə ярҙамға килде. Əлеге көндə Керəүле-Илюшкин, Отрада, Мораптал, Яҡшымбəт ауыл билəмəлəрендəге малдарҙы 100 процент вакцинациялау үтəлде. Башҡа ауыл билəмəлəрендə лə эштəр əүҙем дауам ителə, хатта ял көндəрендə лə был сиргə ҡаршы профилактик эштəр алып барыла.

Ящурҙың ни хəтлем ҡурҡыныс янауын аңлап, малдарына вакцина яһатыуға ыңғай ҡараған районыбыҙ халҡына рəхмəт һүҙҙəремде еткерəм. Был ауырыу ҡапыл ялмап алмаһын өсөн, бер баш мал да прививкаһыҙ ҡалырға тейеш түгел. Бының өсөн малдарға 14 көндəн ревакцинация һəм 6 айҙан һуң тағы ла вакцина яһау мотлаҡ.

Хөрмəтле райондаштар, хəүефлекте ҡурсалау өсөн бергə тырышайыҡ, - ти район башлығының беренсе урынбаҫары Урал Ибраһимов.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей