Хәтергә алдыҡ

Был доньяға килгəн һəр кеше, үҙенəнһуңниндəйҙериҫтəлек, эҙ ҡалдыра. Районыбыҙ, ауылыбыҙ тарихында шундай сағыу шəхестəрҙең береһе булып тороусы Əфтəх Ғата улы Ишмаевты белмəгəн, ишетмəгəн кеше һирəктер. Ошо көндəрҙə уның тыуыуына 100 йыл тулды. Əфтəх Ишмаев иҫтəлегенə Яңы Мораптал ауылының Ғəзиз Əлмөхəмəтов музейында хəтер кисəһе уҙғарылды. Был матур сараға район хакимиəте башлығының беренсе урынбаҫары Нəүғəт Хисмəтуллин, Киров исемендəге хужалыҡ рəйесе Дамир Байгилдин, Мораптал ауыл советы хакимиəте башлығы Аскар Кинжалеев һəм Əфтəх Ишмаев заманында эшлəгəн ветерандар саҡырылды. Түңəрəк өҫтəл артында барған һөйлəшеүҙə ҡунаҡтарҙың барыһы ла бер-береһен бүлдерə-бүлдерə Əфтəх Ғата улы хаҡындағы матур хəтирəлəрен барланы, уның ниндəй яҡшы кеше, булдыҡлы етəксе икəне хаҡында бəйəн итте. Эйе, Ə. Ишмаевтың ҡыҫҡа ғына ғүмеренең тарихы үҙе бер китап яҙырлыҡ шул.

Альфира НИҒМƏТУЛЛИНА,

Ғəзиз Əлмөхəмəтов музейы директоры

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей